– Улдарым: «Әсәй, сығыш яһар өсөн башҡорт милли кейеме кәрәк», тигәс, бер төн эсендә тегеп бирергә тура килде, – ти балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Ләйсән Әбделхәй ҡыҙы йылмайып.
Ильяс ҙур инде. Ҡустыларына һәр яҡлап өлгөлө. «Өс таған» фильмында Вәзирҙе тауышландырыуҙа ҡатнашҡан. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурстарҙа ҡатнашҡан. Әмир менән Динир ҙа ағайҙарынан ҡалышмай. Тырыштар, уңғандар. Әмир матур итеп һүрәттәр төшөрә, шиғырҙар һөйләй.
Динир I синыфта уҡый. Ул үҙен иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе итеп танытып өлгөргән инде. Уҡытыусыһы Гөлфиә Ғаяз ҡыҙы Рыҫбаева уны маҡтап ҡына телгә алды.
– Динир бөтә эшкә яуаплы ҡарай. Өйгә эштәрен теүәл үтәп йөрөй, бөтә дәрестәрҙә әүҙем ҡатнаша, ҡушылғанды дөрөҫ кенә итеп башҡарып ҡуя. Етди, тәртипле малай, – тине ул.
Булыр була биләүҙән билдәле, тигәндәй, күҙ теймәһен инде үҙенә. Динир бик ныҡышмал, ҡуйған маҡсатын мотлаҡ тормошҡа ашыра торғандарҙан. Робототехника түңәрәгендә шөғөлләнә. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә ҡатнаша. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» тигән конкурста «Үс алыу» тигән башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп, тиҫтерҙәре араһында районда беренселекте алған. Ул йырларға ла әүәҫ икән, хәтере яҡшы, һүҙҙәрен тиҙ генә отоп ала. Әмир ағаһы менән аралары ике генә йәш булғас, игеҙәктәр кеүек үҫәләр. Икеһе лә пластилиндан төрлө һындар әүәләп эшләргә ярата.
Малайҙар өйҙәрендә лә ярҙамсылар, шәхси йортта йәшәгәс, эш күп. Йәйҙәрен йәшелсәләрҙе лә ҡарарға кәрәк. Ғаиләлә малайҙар ғына булғас, ҡыҙҙар эше, тип бүлеп тормайҙар, барыһын да ихлас башҡаралар. Ата-әсәһе улдарын дәртләндереп, йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни сараларҙа ҡатнашҡанда ярҙам итеп, хуплап тора. Матур ғаилә, шулай бит?
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Белорет ҡалаһы.