-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
12 Апрель 2022, 10:40

Әлиә ҙур сәхнәлә уйнарға хыяллана

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһына бик күп талантлы балалар йыйылған. Был гимназияла, әлбиттә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Һеҙҙе ошо уҡыу йортонда белем алған V синыф уҡыусыһы Әлиә Мусина менән таныштырырға уйлайым. Ул төрлө республика, төбәк-ара олимпиадаларҙа, конкурстарҙа гел призлы урындар алып, интернат-гимназияның данын күтәрә. Шулай уҡ тырыш ҡыҙ Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов етәкләгән «Ялҡын» өлгөлө драма түңәрәгенә лә йөрөргә өлгөрә. Әлиә Мусина күптән түгел үҙенең етәксеһе менән «Сәләм» тапшырыуына барып, башҡортса матур итеп һөйләп, сығышы менән барыһын һоҡландырҙы.

Әлиә ҙур сәхнәлә уйнарға хыяллана
Әлиә ҙур сәхнәлә уйнарға хыяллана

– Әлиә, һин үҙең ҡайһы яҡтан әле?
– Өфө ҡыҙымын.
– «Ялҡын»ға нисек эләктең ул?
– Бәләкәй саҡтан актриса булырға хыялланам. Шуға ла әсәйем мине гимназияға уҡырға алып килде. Быға ныҡ ҡыуанам. Ә «Ялҡын»ға кастинг аша үттем. Урыҫ телендә «Папе на фронт» тигән шиғырҙы һөйләп ишеттерҙем. Бер мәл Илнур Флүр улы:«Башҡортса беләһеңме?» – тип ҡыҙыҡһынды. Уның бар һорауҙарына башҡортса яуап бирҙем. Нимәләр һорағанын иҫләмәйем, сөнки ул мәлдә ныҡ тулҡынланғайным...
– Түңәрәктә шөғөлләнеү уҡыуыңа ҡамасауламаймы?
– Ауыр инде, тик ҡыйынлыҡтарға иғтибар итмәй, дәртләнеп йөрөйөм. Ә уҡы­уыма килгәндә, тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм.
Буш ваҡытың бармы? Булһа, нисек үткәрәһең?
– Юҡ тиерлек, күп ваҡытымды фортепьяно һәм аккордеонда башҡорт көй­ҙәрен өйрәнеүгә бүләм. Иң яратҡан көйөм – «Хәтирә». Конкурстар­ҙа ҡатнашып, призлы урын яуларға тырышам. Ял көндәрендә инглиз һәм француз телдәрен өйрәнәм, сөнки күп телдәр белеү хәтерҙе яҡшырта бит.
– Ҡала ҡыҙы булһаң да, ҡалай башҡорт телендә матур һөйләшәһең?
– Бәләкәйҙән Архангел районының Аҙау ауылында йәшәгән олатайым һәм өләсәйемдәргә йыш ҡайтып йөрөнөм. Өләсәйем миңә һәр ваҡыт шиғыр, әкиәттәр һөйләне. Олатайым ике йәшемдә үк хәреф танырға өйрәтте. «Дүрт йәшеңдә уҡып киттең», – тип һөйләй әсәйем. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас та ул көн һайын йоҡлар алдынан әкиәт уҡый торғайны. Шулай әсәйем туған телемә һөйөү уятты. Ә мәктәпкә уҡырға барғас, бабайым Ринат Сөләймәнов төрлө кисәләргә мине шиғыр һөйләтергә алып йөрөнө. Беҙ өйҙә ҡус­тым менән гел башҡортса аралашабыҙ. Әсәйем дә башҡорт теле һәм тарих фәндәре уҡытыусыһы булғас, өйҙәге мөхит тә тәьҫир итәлер, тип уйлайым.
– Әйткәндәй, Башҡортостандың төрлө райондарында спектакль ҡуйып та йөрөй­һөгөҙ, буғай...
– Эйе, беҙ күптән түгел Дәүләкән районында Михаил Бартеневтың «Мин бишкә тиклем һанайым» әкиәте менән йөрөп ҡайттыҡ.
– Кем ролендә булдың?
– Тәлмәрйен. Мин «р» өнө урынына «л» өнөн әйтеп һөйләшәм әкиәттә. Ныҡ оҡшай ошо ролде уйнау.
– Бөгөн ниндәй маҡсат менән йәшәй­һең?
– Булған ваҡытымды бушҡа үткәрмәҫкә, күберәк белергә, уҡырға һәм хыялланған теләктәремде тормошҡа ашырыр өсөн бар мөмкинлекте файҙаланыр­ға тырышам.
– Тағы ла ниндәй яратҡан шөғөлөң бар?
– Беҙ өйҙә ташбаҡа аҫрайбыҙ. Уның исеме – Эмилли. Мин уны тәрбиәләп, ашатырға яратам. Аҙна һайын әсәйем менән зоомагазинға барып, тәмлекәстәр алабыҙ. Бигерәк тә банан, салат, кишер ашарға ярата. Аҙнаһына бер тапҡыр йыуындырам, йәй көндәре – тышта, ә ҡыш көнө өйҙә йөрөтөп, хәрәкәтләндереп торам.
Мин «Хужа Насретдин мәҙәктәре» китабын ҡабат-ҡабат ҡулыма алам. Уны Әхмәт Сәйфуллин тәржемә иткән. Данила ҡустыма ла ҡысҡырып уҡыһам, көлгән була. Ә былай ул башҡортса шиғыр, әкиәттәр һөйләһәң, иҫе китеп тыңлай. Әле уға 2 йәш кенә булһа ла, бигерәк теремек. Йырҙар өйрәтһәм, тиҙ генә отоп ала. Үҙе лә йырларға һәм бейергә маташа. Әле уға әлифбаны өйрәтеп бөтөп киләм.
– Ҡалай маладисһың! Үҙ тиңдәштәреңә ниндәй теләктәр әйтерһең?
– Ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, тик алға ынтылыу кәрәк. Донъя именлеге, туғандарыбыҙҙың һау-сәләмәт булыуын теләйем.
Тағы ла ошо форсаттан сығып, ҙур рәхмәттәремде Илнур Флүр улына, Альбина Фәүзетдин ҡыҙына, Ринат Риф улына, уҡытыусыларыма, дуҫтарыма һәм иң яҡындарыма әйтер инем.
– Рәхмәт, Әлиә! Хыялдарың тормошҡа ашһын!

Зөһрә ХӘКИМОВА әңгәмәләште.

Әлиә ҙур сәхнәлә уйнарға хыяллана
Әлиә ҙур сәхнәлә уйнарға хыяллана
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: