– Тимур мәктәпкә килгәндә уҡый белә ине, бар нәмәне тиҙ генә отоп ала. Уның өләсәһе Ғәлиә апайға рәхмәт инде. Ейәненә ярҙам итеп кенә тора. Өйҙәрендә гәзит, китаптарға, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй. Әле лә «Йәншишмә»не ейәненә яҙҙырҙы. Тимур өләсәһе менән бергәләп гәзит уҡый икән, мәктәпкә килгәс, беҙгә «Йәншишмә»лә баҫылған мәҡәләләр хаҡында һөйләй, – ти уҡытыусыһы.
Ҡалай маладис! Өйҙә әсәһенә лә ҙур ярҙамсы ул. Атаһы мәрхүм булғас, малайға мәшәҡәттәр өҫтәлде. Тимур йорт тирәһендә ҡулынан килгән күп эштәрҙе «һә» тигәнсе башҡарып ҡуя. Һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнгән бәләкәй ҡустыһын да ҡараша. Кәрәк икән, магазинға ла йәһәт кенә барып килә.
Бына ошондай өлгөлө уҡыусы бар Аҡморон мәктәбендә. Үҙе урыҫ синыфында белем алһа ла, туған телен онотмай. Өләсәһе менән бергәләп башҡортса китаптар уҡый, телебеҙҙе өйрәнәләр.
З. Әҙеһәмова.