Тамара Ишбулды ҡыҙы Искәндәриә (Юлдашева) Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылында 1958 йылдың 10 июнендә тыуған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Журналистар һәм Яҙыусылар берлектәре ағзаһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры. 1981-1990 йылдарҙа "Башҡортостан пионеры" (хәҙерге "Йәншишмә") гәзитендә эшләгән. Һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Тамара Ишбулды ҡыҙы, һеҙ ғүмер буйы матбуғат өлкәһендә эшләйһегеҙ, бала саҡта журналист булырмын, тип уйлай торғайнығыҙмы?
– Ысынлап та, мин ғүмер буйына матбуғат өлкәһендә эшләнем. 45 йыл булып китте. 1981 йылда тәүге эш урыным - "Башҡортостан пионеры" гәзитенә килдем. Уға тиклем студент саҡта уҡ редакцияла тәжрибә тупланым. Журналист эшенең нимәнән ғибәрәт булыуын шунда аңлап, етди рәүештә ошо һөнәрҙе һайлап килдем мин матбуғатҡа. Ул ваҡытта баш мөхәррир Сафуан Әлибаев ине. Йәш белгес булып эш башланым.
– Уҡыусы сағығыҙ, мәктәп йылдарының сағыу ваҡиғалары тураһында һөйләп үтегеҙ әле. Ниндәй мәктәптә уҡынығыҙ?
–Әлбиттә, мәктәп йылдарынан ҡәләм тибрәттем. Стена гәзиттәрен сығарыу, иҫтәлекле даталарға шиғыр яҙыу минең өҫтә ине. Мәктәптә уҡыған йылдарым сағыу ваҡиғаларға бай булды. Өс йәшемдән таҡмаҡ сығарып һөйләгәнмен, ауылда дан алғанмын, шуға яҙыу, сығыш яһау минең өсөн тәбиғи күренеш кеүек ине. Яҙыштым. Хатта етди темаға инша яҙғанда, поэма итеп яҙам, тип өйгә һорап алып ҡайтып, яҙып алып килгәнемде иҫләйҙәр. Ул ваҡыттағы ижад емештәрен, әлбиттә, бер ваҡытта ла китаптарыма индермәнем. Сөнки улар өйрәнсек шиғырҙар бит инде.
Ишембай районы Йәнырыҫ урта мәктәбендә уҡыным. Башланғыс синыфтарҙа үҙебеҙҙең Ҡыяуыҡта әсәйем Сания Камалетдин ҡыҙы Искәндәрованың класында белем алдым. Әсәйем ике синыфты бергә уҡыта ине. Өс йәшемдән дәрес ваҡытында иң артҡы партала ултырып, шунда уҡырға ла, яҙырға ла өйрәндем. Белем донъяһына, әҙәбиәт донъяһына килеү әсәйем аша булды.
Йәнырыҫ мәктәбенә күскәс, үҙеңде күрһәтергә кәрәк ине. Шунда сәм, көрәшсән рух барлыҡҡа килгәндер. Түңәрәктәргә яҙылдым. Яратҡан уҡытыусым Абдулла Усманов ағайҙың рәсем түңәрәгенә йөрөнөм, акварель менән бик матур һүрәттәр эшләй торғайным. Гел отряд советы рәйесе булдым. Пионер, комсомол ойошмаһы, идеология көслө ине. Улар бер ҙә зыянға эшләмәне, кешеләрҙе яңылыҡҡа ынтылырға саҡыра, тәбиғәтте һаҡларға, кешелекле, бер-береңә ихтирамлы булырға, өлкәндәргә иғтибарлы булырға өйрәтә ине. Тормошҡа яҡшы үҙгәрештәр индерә ине ул ойошмалар. Пионер, комсомол булыуыма бик шатмын.
–Матбуғат менән дуҫлығығыҙ башланғандыр...
– “Башҡортостан пионеры”на яҙыштым. «Пионер» журналын да алдыра инем. Конкурстарға шиғырҙар, хикәйәләр ебәрә торғайным. Гәзиттә пионер ойошмаһының 50 йыллығына «Осҡон» тип аталған конкурс ойошторҙолар. Шунда республика буйынса икенсе урын алғайным. Беренсе урында – Марат Әбүзәров. Ул аҙаҡ, үҫкәс, “Ленинсы” гәзитенең баш мөхәррире булды, көслө шәхес, йәмәғәт эшмәкәре ине. Мине Бөтә Союз «Артек» пионер лагерына юллама менән бүләкләнеләр.
–Бүләк шәп булған икән!
–Эйе, ҡышын ике ай буйына унда булдыҡ. Шәхесемдең формалашыуы өсөн бик ҙур роль уйнаған ваҡиға булғандыр, тип уйлайым. Унда ҡайһы яҡтан ниндәй генә балалар ял итмәй?! Башҡалар араһында кәм булмаҫҡа, ниндәйҙер яғың менән ҡыҙыҡлы булырға кәрәк. Һәләттәреңде асаһың. Ҡайһы бер балаларға артыҡ тыйнаҡлығы, оялсанлығы һәләтен күрһәтергә ҡамасаулай бит ул. Мин «Артек»та ныҡлап асылдым. Шиғырым менән Артек сәхнәһенән сығыш яһаным. Иҫләйем, ул Вьетнамда барған һуғышҡа ҡаршы яҙылғайны.
Өлкән синыфтарҙа яҙыусылыҡ юлын һайларға булдым.. Ләкин бының өсөн бик күп белергә, тормош тәжрибәһе тупларға кәрәклеген бик яҡшы аңлай инем. Йәш кенә көйөнә нимә яҙам инде мин тип, үҙ-үҙемдән ҡәнәғәтһеҙ инем. Башта тормошто өйрәнергә тейешмен, тип, мәктәпте тамамлағас, Ишембай трикотаж фабрикаһына тегенсе өйрәнсеге булып эшкә индем. Был бөтәһе өсөн дә көтөлмәгән хәл булды, әлбиттә, уҡытыусыларға, директорға, атай-әсәйемә. Хәҙер нисек ҡаршылыҡтарҙы еңеп, үҙемсә эшләгәнемә үҙем дә аптырайым. Сөнки, “бишле”гә генә уҡыған кеше, имтихандарҙы яҡшы биреп тә, бер ҡайҙа ла уҡырға бармай, эшкә инһенсе әле?! Бер йыл эшләгәс, Мәскәү әҙәбиәт институтына инеү хыялы бар ине, әммә китә алманым. Туғандар өгөтләгәс, Башҡорт дәүләт университетына филология факультетының урыҫ бүлегенә уҡырға индем. Унда ла урыҫ мәктәптәрен тамамлап килгән студенттар араһында үҙеңде раҫларға кәрәк ине. “Шоңҡар" әҙәби түңәрәгендә шөғөлләндем. Стена гәзиттәрендә, “Йәш көстәр» альманахында шиғырҙарым сығып торҙо. Студент йылдарымда уҡ Башҡортостан яҙыусылар союзы поэзия секцияһының күсмә ултырышында тәүге шиғри ҡулъяҙмамды тикшерҙеләр, һәйбәт баһа бирҙеләр. Атаҡлы ғалим, әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов минең шиғырҙарыма тулы анализ яһап, оло фатихаһын бирҙе. "Тирәктәр" тигән шиғырымдың фәсәфәүи тәрәнлеген баһалап, "Ағиҙел" журналының тәүге битендә сығарыр инем, тине ул. Тырышып, дипломды “бишле"гә яҡлап, университетты тамамлап сыҡтым.
– "Башҡортостан пионеры"нда эшләгән йылдарығыҙ нисек иҫтә ҡалған?
– Был гәзит тормошомда бик ҙур роль уйнаны. Мәктәп бүлегендә эшләүем бөтә республиканы тиерлек урап сығырға мөмкинлек бирҙе. Командировкаға йыш йөрөй инек, машина алып бармай, үҙебеҙ автобусҡа ултырып сығып китәбеҙ. Тырышлығың, сослоғоң менән ауылға барырға нисек машина таба алаһың инде. Башта комсомол ойошмаһына инәһең, уларҙың машинаһы булһа, бергәләп сығып китәһең, булмаһа, үҙең юлайҡан автобусҡа ултырып, хатта күпмелер йәйәү ҙә атларға тура килә. Райондарҙа йөрөгәндә, ауылдарҙа дәртле, яҡшы кешеләр йәшәй, уларҙан өлгө алырға була, тигән ышаныс тыуа торғайны. Йәш хәбәрселәр менән аралашыу иҫтә ҡалған. Хатта йәш хәбәрсе булмаһа ла һәр бер баланың хатына яуап бирә инек. Эштән һуң ҡалып, 30-40 хатҡа яуап яҙа инем. Һәр бүлеккә шулай күп хәбәрҙәр килә торғайны. Һәр береһенә үҙебеҙҙең кәңәшебеҙҙе әйтеп, ниндәйерәк юҫыҡта эшләргә кәрәк икәнен аңлатып яҙа торғайныҡ. Бының емештәре лә булды. Мәҫәлән, Фёдоровка районынан Гөлдәриә Вәлишинаның почергын да иҫләйем, ул бик күп яҙа ине. Хәҙер республикала билдәле тележурналист Гөлдәриә Йосопова. Ул ваҡыттағы күп кенә йәш хәбәрселәрҙең бөгөн республика матбуғатында көслө журналистар булып танылыуы үҙе үк йәш хәбәрселәр мәктәбенең әҙерләү кимәлен күрһәтә. Йәш хәбәрселәр көндәлек тормошто яҡтыртып бара, әүҙем инеләр. Редакция менән бәйләнеш уларға үҙҙәренең һәләттәрен асырға ярҙам итә ине.
– Ижад менән эште йәнәш алып барыу ҡыйын булманымы? Нисә китап сығарҙығыҙ?
– Редакция эше һәр ваҡыт шиғриәт менән йәнәш барҙы, улар бер-береһенә ҡамасауламаны. Киләсәгемдә башҡаса күҙ алдына ла килтерә алманым. Төрлө ваҡиғаларға ҡарата, хатта ябай ғына үләнгә, ағасҡа, күңелде тетрәткән берәй ваҡиғаға шиғыр яҙмай булдыра алмай инем. Ижад, китаптар сығарыу – тормошоңдоң ысын мәғәнәһе, ул күңел һиллеге, күңел осошо бирә. Һин шуның менән йәшәйһең, хатта күп ҡыйынлыҡтарҙы еңел үткәрәһең. 16 китабым бар: “Тояҡтар йыры”, “Ер менән Күк араһында”, “Ете даръям”, “Көн менән төн сиге”, “Моң тәлгәш» ...
Әҙәби тәржемә өлкәһендә етди эшләйем. Әле Йәләлетдин Руми китабына тотондом. «Шәйехзада” тигән либретто яҙғайным. Галина Зиганова көй ижад итеп, уның өҙөгө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйылды. “Аҙнабикә», “Тимер быуат”, “Торналар ҡайта Торторҙан” тигән һәм башҡа поэмаларым бар.
–Һеҙ тормош иптәшегеҙ, шағир Хисмәт Юлдашев менән рухлы балалар тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ...
– Туған телендә һөйләшә, аралаша белгән, милли-мәҙәни мөхитте ихтирам иткән балалар тәрбиәләгебеҙ килде һәм, Аллаға шөкөр, өс улыбыҙ ҙа, Искәндәр, Данияр, Рамаҙан, башҡортса яҡшы һөйләшә. “Тамыр» каналы тапшырыуҙарында ҡатнашып, үҙҙәре интервью алып, интервью биреп, рухлы булып үҫтеләр. Искәндәр менән Данияр – 136-сы башҡорт лицейында, Рамаҙан Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡыны. Бәлки, ғаиләлә генә башҡорт телен бар байлығында балаға биреү ҡыйыныраҡ булыр ине, ул мәктәптәргә ҙур рәхмәт. Хәҙер улдарыбыҙ үҙаллы тормош ҡорған. Телде онотмайҙар, балаларын да башҡорт телендә аралашырға, туған телде яҡшы үҙләштерергә өндәйҙәр, өйрәтәләр. Беҙ үҙебеҙ ҙә шул юҫыҡта эш алып барабыҙ. Ейәнсәребеҙ Камила “Тамыр” каналында, “Сәңгелдәк”те алып барыусы булып ҡатнаша, «Иләү»ҙә лә һөйләй.
–Ижад менән мауыҡҡан, ҡәләм тибрәткән уҡыусыларға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?
–Тормош дауам итә. Һүҙҙең бәҫен, һүҙҙең ҡәҙерен белгән, журналистикаламы, әҙәбиәттәме башҡорт телен артабан йәшәтергә тырышҡан балаларға, рәхим итегеҙ, әйҙәгеҙ, алға, алға, кескәй дуҫтарым, тип әйткем килә. Сөнки хәҙер башҡорт теленең даирәһе тарая, тип әйтһәләр ҙә, күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Әгәр һеҙ үҙегеҙ телебеҙҙе яҡларға, һаҡларға маҡсат алаһығыҙ икән, алдығыҙҙа бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булмаясаҡ. Үҙеңдең теләгең булһа, берәү ҙә ҡаршы тора алмай. Үҙеңдә телемде һаҡлайым, халҡымды йәшәтәм, тигән көслө теләк булыуы мөһим. Ҙур йөрәкле булырға кәрәк, шул ваҡытта бөтә маҡсаттар ҙа тормошҡа аша.
–Яратҡан шөғөлдәрегеҙ ниндәй?
– Иң яратҡан шөғөлөм сәйәхәт итеүҙер. Донъяның төрлө мөйөштәрендә халыҡтың нисек йәшәгәнен күрергә, кешелек өсөн мөһим булған тарихи урындарҙа булырға, өйрәнергә яратам. Урта диңгеҙ, Фарсы ҡултығы, Фарсы диңгеҙе, Ҡыҙыл диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ, Каспий диңгеҙе... Элек Волга, Әй, Иртышты иңләһәм, хәҙер диңгеҙҙәрҙе яулайым. Аллаға шөкөр, Сәғүд Ғәрәбстанында Мәккә, Мәҙинәлә булдыҡ. Ғөмрә ҡылдыҡ. Әле ғәрәп телен өйрәнәм, инглиз телендә бер аҙ һупалайым.
– Тамара Ишбулды ҡыҙы, һеҙгә ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт! Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.