– 6 сентябрь - тыуған көнөгөҙ. Бала саҡта был байрамды көтөп ала инегеҙме, әллә йәйге каникулдар ҡәҙерлерәк булдымы?
– Хәҙерге балаларға үткәргән кеүек әллә ниндәй шаулы байрамдар яһамаҡ та, әлбиттә,тыуған көнөмдө көтөп ала инем! Эске тулҡынланыу була торғайны гел дә. Ни эшләптер бала саҡта тиҙерәк үҫке килә бит ул, мин дә шул мәлдә үҙемде бер башҡа үҫеп киткәндәй, аҡыллыраҡ була башлағандай хис итә инем.
– Бала, үҫмер саҡтағы хәтирәләрегеҙ әҫәрҙәрегеҙҙә сағылыш табамы?
– “Һағыҙаҡ балы” тигән китабым тотош бала саҡ хәтирәләренән тора, тип әйтергә мөмкин. Үҙемдең, тормош иптәшемдең, һеңлеләремдең бәләкәй саҡтағы шуҡлыҡтары ингән унда. Бала булғас, ул шаяра ла, эш тә боҙа, тыңламай, тиҫкәреләнә, илай ҙа - шулай тормошто өйрәнә. Әгәр өйҙә китап уҡып ҡына ултырһа, йә ярҙамлашып, ата-әсәһенең эргәһенән китмәһә, һәр һүҙен тыңлап ҡына йөрөһә, ул инде бала булмаҫ ине...
– Ололар һәм балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр араһында ниндәй айырма бар? Ҡайһыһын яҙыуы ауырыраҡ?
– Ижадыма күҙ һалһаң, повестар, хикәйә-әкиәттрем күберәген балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған. Шулай булғас, миңә балалар өсөн ижад итеүе еңелерәк, уларҙың донъяһын нығыраҡ аңлайым килеп сыға. Өлкәндәр өсөн яҙған ҡайһы бер хикәйәләремдә был һиҙелә: мин уларға ла балаларҙыҡына оҡшатып яҙам икән дә баһа. Шуғалыр ҙа яҙыусы Әхмәр Үтәбай: “Һинең хикәйәләрең һинд киноһы һымаҡ”, - тигәйне. Балалар ижады ул күберәген мажараларҙан тора, әйтерһең, улар ерҙә түгел, ә ҡайҙалыр бөтөнләй икенсе донъяла йәшәй. Эйе, ҡылыҡ-фиғелдәрен алдан билдәләп булмай.
– Һеҙ детектив, фантастик, психологик характерҙағы жанрҙар менән әүҙем эшләйһегеҙ. Әлеге көндә уларҙың ҡайһыһын йәш уҡыусы күберәк уҡый икән?
– Һәр жанрҙың үҙ уҡыусыһы. Берәүҙәренә – детектив, икенселәренә фантастика оҡшай. Әле һуңғы арала психологияға ҡоролған хикәйәләр, әкиәттәр ҙә яҙҙым. Кемдер донъяны баһадир, ҡурҡыу белмәҫ көслө геройҙар аша ҡабул итә. Ҡайһы бер уҡыусыларҙы ҡаршылыҡтарҙы, проблемаларҙы еңеү юлдарын эҙләп, табып, уңышҡа өлгәшкән геройҙар ылыҡтыра. Геройҙарҙың етешһеҙлектәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртеүен күреп, үҙҙәре лә ошо үҙгәрешкә ынтылған уҡыусылар ҙа бар.
– Ҡыҙҙарығыҙға бәләкәс саҡтарында китап, әкиәт уҡый инегеҙме?
– Өлкән ҡыҙым менән бәләкәсе әкиәттәрҙе тыңларға ныҡ яратты. Китаптағыларын һүҙмә-һүҙ ятлап алып бөтә инеләр. Ҡайһы ваҡыт, уҡырға ялҡау килеп, телдән генә һөйләйем тиһәм: “Китапта улай түгел бит...” – тип төҙәтәләр ине. Ә аҙаҡ үҙем сығарып һөйләгән әкиәттәрҙе тыңланылар. Күрәһең, ундай саҡта - күберәген бала ишетергә теләгән, әлеге мәлендә күңеленә яҡын ваҡиғаларҙы һүрәтләгәнмен. Ҡайһы ваҡыт, үҙемдең фантазиям етмәй башлаһа, сюжетты бергәләп тә уйлай торғайныҡ.
– Гүзәл әлеге ваҡытта һеҙҙең ижад менән даими ҡыҙыҡһынып барамы?
– Ҡыҙым – минең тәүге уҡыусым, тәүге тәнҡитсем. Яҙып бөтәм дә уға уҡыйым, нисек ҡабул итер икән, тип иғтибар менән күҙәтәм. Әҫәр тураһында һорауҙарымды бирәм, әйткән фекерҙәрен тыңлайым. Әле “Аманат”та сығып килгән “Параллель донъя” тигән фантастик повесымды яратып уҡый, журналдың һәр һанын көтөп ала.
-– Ун-ун биш йәшлек Гөлнараға нимә әйтер инегеҙ?
– Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, шуны иҫеңдән сығарма, тип. Яҙғың килһә – яҙ, әйтә торған фекерең бар икән – әйт, эшләргә кәрәк булһа – эшлә, тимәк, был нәмәләр бөгөн мөһим, бөгөн әйтелергә, бөгөн башҡарылырға тейеш.
– Яҙыусы булыр өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
– Күҙәтеүсән булырға, хәл-ваҡиғаларҙы анализлай белергә һәм, әлбиттә, башҡаларҙың әҫәрҙәрен, бигерәк тә классик яҙыусыларҙы уҡырға.
– Гәзит уҡыусыларына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Китап уҡығанда кешенең күңеле таҙарына. Сөнки ундағы ваҡиғалар, геройҙар һәр ваҡыт изгелеккә өндәй, тормоштоң матурлығын күрергә, яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәтә. Бәләкәй саҡта китап – киләсәккә юл кеүек. Шуға ла “Йәншишмә”нең дуҫтарына күберәк китап уҡыуҙарын, киләсәктәре яҡты, матур булыуын теләйем.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.