Хәйбуллала урман-тау араһында ултырған Йәнтеш тигән һоҡланғыс ауыл бар. Уның матурлығын һүрәтләп бөтөрөп булмай. Иҫ китмәле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ошо ауылда тыуа беҙҙең буласаҡ моң эйәһе.
– Ике йәшемә тиклем минең күҙҙәрем күрмәгәнде белмәгәндәр. Аҙаҡ дауаханаларға алып барҙылар. Һәҙиә ҡәрсәйем артынан эйәртеп кенә йөрөткән. Уҡыуға ваҡыт еткәс, мине Өфөгә алып килделәр, тик ныҡ илағас, йәлләп алып ҡайтып киткәндәр. Киләһе йылында үҙем алып барыуҙарын һораным, уҡырға кәрәк бит, тип. Һаман иҫләйем ҡалдырып киткәндәрен. Бер һүҙ урыҫса белмәйем. Ярай әле янымда тәржемәсе кеүек бер дуҫым булды. Әбйәлил районының Ниязғол ауылынан Артур Сурин, уның күҙе аҙыраҡ күрә ине. Күп нәмәләргә өйрәтте ул.
Азат Өфө ҡалаһының 28-се махсус мәктәбендә белем ала башлай. Уҡытыусыларынан да уңа Хәйбулла егете. Римма Раил ҡыҙы Бикҡужина, Флүзә Ғаяз ҡыҙы Мөхрисламова бар күңел йылылығын балаларға өләшә.
– Беренсе сирек тамамланғас, урыҫ телендә арыуыҡ һупалай башланым. Каникулға тәрбиәсебеҙ билет алып бирҙе. Ултыртып ебәрҙеләр. Туғыҙ сәғәтлек юл, кешеләр төшәләр, ултыралар. Килеп еткәс, шофёрҙан әсәйем:
– Маленький мальчик здесь? – тип һораны.
– Я здесь, – тип ҡысҡырып ебәрҙем.
Шулай оҙон юлдар уны түҙемлелеккә, сабырлыҡҡа һынай. Алыҫ ара Азатты арыта, әлбиттә. Әммә тыуған ауылына ҡайтыу, ата-әсәһе, туғандары менән осрашыу бәхетен дә кисерә. Уның шул мәлдәге нисек шатланғанын күрһәгеҙ!
Уҡыған сағында Азат ваҡытын бер ҙә бушҡа үткәрмәй. Баян синыфына яҙыла, йырларға ла ярата. Дәрестәрҙе Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең филиалы уҡытыусылары бирә.
– Йырларға яратҡас, төрлө конкурстарға әҙерләй башланылар. Ә мин һынатмаҫҡа тырыштым. 2003 йылда «Серле йондоҙҙар» республика бәйгеһендә «Беҙҙең ил» йырын башҡарып, III урын алдым. Ҡазан, Санкт-Петербург ҡаларында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ойошторолған йыр бәйгеләрендә I һәм II урын алыуым үҙем өсөн ҙур асыш булды. Конкурстарға йөрөү, призлы урын алыу сәм бит инде. Шунан башланып китте лә инде ҙур сәхнәләргә сығыуым, тәүге аҙымдарым. V синыфта баян синыфын тамамланым. Фортепиано, синтезаторҙа уйнарға ла өйрәнеп алдым, – ти Азат, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп.
– Һеҙҙең йырҙарығыҙ моңло, халыҡсан. Ә көй яҙыу ҡасандан башланды? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Мине бөйөк шәхес Салауат Низаметдинов сольфеджионан уҡытты. Легендар композиторҙың һабаҡтары – минең өсөн ғүмерлек тормош дәрестәре. Ижад итергә, ҡыйынлыҡҡа бирешмәҫкә унан өйрәндем. Сибай сәнғәт колледжында йырлап йөрөп кенә уҡыным. Ә йыр яҙыу бер ун йыл элек башланғандыр.
– Тәүге йырығыҙ?
– Уҡыған саҡта Гөлнур Ҡыуатованың «Умырзая йыры» беренсе ижад емешем булды. Хәҙер инде йырҙарым күбәйҙе. Уларҙы яратып башҡарам. Йөрәктән урғылып сыҡҡан йырҙарымдың һәр береһе яҡын. Был донъяны күңелем, йөрәгем менән тоям. Миңә юл кәрәк. Ә иң яҡшы юл – яҡтылыҡҡа ынтылыу. Бөйөк юл – бөйөклөк булдырыу. Яҡшылыҡҡа юл – яҡшылыҡ эшләү. Уяныу юлы – тормошто ҡабул итеү, уятыу. Минең хисле йөрәгем күк ҡабағы кеүек асыҡ. Ул тормоштоң нескә ҡылдарын һәм ҡыңғырауын ишетә. Яҡты донъяның иҫ киткес матурлығын йөрәгем менән тоям һәм моң аша бар донъяға ишеттерәм. Йырҙар, көйҙәр, симфониялар яҙам. Кешелекте алға, матурлыҡҡа әйҙәйем. Быуындарҙы моң аша тоташтырам.
Сибай колледжын тамамлағас, Азат Исҡужин тыуған яҡтарына ҡайта. Аҡъяр мәҙәниәт һарайында эш башлай. Тик ижадҡа һыуһаған егеткә был ғына аҙ була.Үҙенә ниҙер етмәгәнен тоя ул. Шуға ла 2020 йылда профессиональ рәүештә ижад итеү һәм үҫеү өсөн Сибай филармонияһына күсә.
– Бында хеҙмәт юлым «Ҡыйыу тегенсе» спектакленә көй яҙыуҙан башланды. Минең өсөн бик етди һынау ине. Илшат ағай Яхин: «Спектакль өсөн көй яҙғанда әҫәрҙе уҡыйһың, шунан тамашаны ҡарайһың, аҙаҡ көй үҙенән-үҙе тыуа», – тип кәңәш бирҙе. Бик кәрәкле, урынлы булды уның һүҙҙәре.
– Ҡайһы композиторҙарҙың ижадына айырыуса иғтибар итәһегеҙ?
– Әлбиттә, иң беренселәрҙән Салауат ағай Низаметдиновтыҡына, миңә шулай уҡ Нур Дауытов, Роза Сәхәүетдинова, Ринат Фәттәхов, Рөстәм Яхин, Луиза Батыр-Болғариҙарҙың ижады яҡын. Һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндәмен, ә үҫешәм, тиһәң, гел тырышырға кәрәк. Туҡтап, ҡаушап ҡалмаҫҡа!
Азат Исҡужин Сибай ҡалаһында ипотекаға фатир алған, бер бүлмәһенә профессиональ музыка ҡоралдарын урынлаштырған.
– Шул тиклем үҙ аллы йәшәгем килә ине. Фатирлы булдым, ул филармонияға яҡын ғына. Үҙем бешереп ашайым, тәүҙә килеп сыҡмай ине: йә тоҙо күп, йә аҙ була. Хәҙер бына өйрәнеп алдым, дуҫтарым да маҡтай, – тип йылмая ул.
– Дуҫтар, туғандар, кәрәкле кешеләр менән осрашып, аралашып тораһығыҙ, улар менән нисек бәйләнеш тотаһығыҙ?
– Беҙҙең өсөн махсуслаштырылған телефон бар. Бик уңайлы, рәхәтләнеп ҡулланам. Тәүге «Нокиа» телефонын бер һыйыр һатып, шуның аҡсаһына алып бирҙеләр. Уға айырым программа ҡуйылды, шулай ҙа яйһыҙыраҡ ине. Хәҙер айфоным бар. Унда заманса яҡшы программа ҡуйылған, минең өсөн бик кәрәкле. Әлбиттә, хаҡы ла елле. Әйткәндәй, уның ярҙамында ҡайһы бер ҙур ҡалаларҙа күреү һәләте насар кешеләр үҙҙәре генә юл йөрөргә тырыша. Беҙҙең Сибайҙа ундай мөмкинлек юҡ. Төрлө банктар ҡушымталары менән ҡулланыу мөмкинлеге бар. Робот техникалары менән идара итеп була. Мәҫәлән, саң һурҙырғыс, аҡыллы өй. Компьютерҙа ла махсус программа ҡуйып, үҙем эшләйем. Ошо замана техникалары кешегә бәлә һалыуҙан ҡотҡара мине, үҙ аллы итә. XXI быуат бит, цивилизация үҫешә, тормош еңелләшә. Шул оҡшамай, быныһы ҡыйын, тип зарланырға күнекмәгәнмен. Алға китергә, үҫешергә кәрәк. Әлбиттә, бының өсөн күп уҡырға, эҙләнергә, төрлө видеолар тыңларға кәрәк. Ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Ҡайҙа төшөрөп ҡалдырһалар ҙа юлды ла табам, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Беҙҙе интернатта ла ҡыйыу булырға өйрәттеләр. Ул да мине сыныҡтырҙы, – ти Азат Исҡужин тормошон еңеләйтеүсе заман техникаларын маҡтап.
– Киләсәккә пландарығыҙ, уйҙарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
– Балалар өсөн айырым альбом төҙөп сығарырға ине, тигән хыялым бар. Улар өсөн яҙылған йырҙарымды «Сулпылар» телевизион конкурсында башҡарып беренсе урын алыусы ҡыҙҙар — Зөлхизә Сәлимова, Нәдиә Абдуллина ҡыуандырҙы. Шунан дәртләнеп киттем, тағы ла, тағы ла ижад итке килә. Әлбиттә, яҡшы ғаиләм, тоғро кәләшем булыуын теләйем.
Бына шундай һоҡланғыс кеше ул Азат Исҡужин. Уға киләсәктә гел уңыштар юлдаш булһын. Хоҙай һаулыҡ, бәхет насип итһен.
Ә кисә Өфөлә йырсы, композитор Азат Исҡужиндың «Күңел нурым ғаләм яҡтырта» тигән беренсе концерты булды. Унда үҙе генә сығыш яһаманы, ә ижадташ дуҫтарын да саҡырҙы. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Талантлы композиторҙың мөхәббәт, Тыуған илгә һөйөү, ватансылыҡ тойғоһо, йәшлек дәрте менән һуғарылған «Бала саҡ», «Күңел күҙе», «Йәнтешем», «Йондоҙҙар атылғанда», «Йылмайыу», «Яратам һине, донъя!» һәм башҡа популяр йырҙарын Айгөл Әсәҙуллина, Ғаяз Ғәйетбаев, Зәриә Рыҫмөхәмәтова, Алина Вәхитова, Йәғәфәр Нәҙершин, Азамат Әхмәтханов, Сөмбөл Моратова, Өфөнән Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Фәйрүзә һәм Илнур Сәлимгәрәевтәр, Хәлиҙә Ҡолшәрипова, Хәйбулланан Рәсимә Динисламова, Иҙел Манишев, Люциә Фәйзуллина, Зөлхизә Сәлимова, Нәдиә Абдуллина, Сәлим Ғөбәйҙуллин, Баймаҡтан Рауил Харрасов, Ейәнсуранан Руфина Бейембәтова башҡарҙы. Азат Исҡужиндың музыкаль әҫәрҙәрен Раушан Ниязғолов, Айнур Әминев – ҡурайҙа, Анастасия Илһамова скрипкала уйнаны.
Нурҙарың бар йыһанды иңләһен! Күңел күҙе менән матурлыҡты тойоп, хистәрен йырға һалыусы Азат Исҡужин бөгөн күп йәштәргә өлгө булырлыҡ. Кеше мөмкинлектәренә сик юҡ икәнен иҫбатлай ул.