Был көн хәтеремдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Йыш ҡына ул турала иҫләп алабыҙ, башҡаларға һөйләйбеҙ. Әллә күпме ваҡыт үтһә лә, һаман да кисә генә булған кеүек…
Йәйҙең бер көнө ине. Эҫе тынды ҡурып бара, хатта тышҡа сыҡҡы ла килмәй. Шуға ҡарамаҫтан, атайым миңә бесәнгә йыйынырға ҡушты. «Бындай көндө кеше бесән эшләйме ни?» – тип уйлап ҡуйҙым. Тик атай әйткәс, тыңларға кәрәк. Беҙҙең менән этебеҙ Аҡбай ҙа эйәрҙе. Ул бер ҡасан аттан ҡалмай, ике дуҫ кеүек гел бергә.
Бер килке тышылдап килгән Аҡбайға ҡарап барҙым да уны әрләй башланым.
– Шундай эҫелә ояңда ғына ятмай, кеше йонсотоп йөрөйһөң, – тинем.
Бына бесәнгә лә килеп еттек һәм эшкә тотондоҡ. Ҡояш ҡыҙҙыра, тир һыу кеүек аға. Бер һыуһын эшләгәс, күләгәгә шырлыҡ эргәһенә барып ултырҙыҡ.
– Атай, һин Аҡбайҙы күрмәнеңме? – тип һораным мин ян-яғыма ҡарап.
– Ул анау шырлыҡҡа инеп киткән ине, – тип яуапланы атайым.
Этемде саҡыра башланым. Аҡбайым, ысынлап та, ағастар араһынан килеп сыҡты, үҙе нимәлер тешләп алған.
– Оһо, бер ҡош тотоп алған түгелме? – тип эргәһенә барҙым.
– Юҡ, улым, был ҙур ғына йәнлек ул, – ти атайым.
Иғтибарлап ҡараһаҡ, айыу балаһы ине. Күҙем шарҙай булды. Етмәһә, уны тәүгә генә күреүем.
– Нисек көсө еткән, ҡайҙан тапҡан икән һуң? – тип атайыма һорауҙар яуҙырам.
– Былай булғас, әсәһе лә яҡында ғыналыр, – тине атайым мине ишетмәгәндәй.
Ҡотом осто! Ҡапыл үкергән тауыш ишетелде. Шырлыҡтан ҡыштырлап ҙур айыу килеп сыҡты. Ул туп-тура беҙҙең яҡҡа шәп итеп килә башланы. Нимә эшләргә белмәй, тиҙ генә арбаға менеп ултырҙыҡ. Атыбыҙҙы ҡыуып ҡарайбыҙ, тик урынынан да ҡымшанмай. Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, күҙгә йәш төйөлдө…
Ҡапыл көтөлмәгән хәл булды. Секунд эсендә Аҡбайыбыҙ айыу балаһын эләктерҙе лә кире урман яғына йүгерҙе. Беҙгә етеп килгән йыртҡыс этебеҙ артынан ташланды. Улар киткән яҡтан Аҡбайыбыҙҙың сыйылдаған тауышы ишетелде.
Инде эш ҡайғыһы китте, беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. Өрккән атыбыҙ ҙа ауылға табан елдерҙе генә. Йөрәгемде нимәлер өйкәп тик торған кеүек, күҙҙән йәштәр тәгәрәй.
– Атай, Аҡбай менән нимә булды икән? – тип төбәләм атайыма.
– Әллә инде, бәлки, үлгәндер ҙә… – тине ул моңһоу ғына.
Тауыш-тынһыҙ ғына өйгә ҡайтып еттек. Күңелемдә әллә ниндәй хистәр тулғана ине. Бер яҡтан, ҡурҡыу, икенсе яҡтан, йәлләү… Әгәр ҙә Аҡбай урман яғына китмәһә, нимә булыр ине икән? Уйҙарымдан үҙем ҡурҡып китәм.
Кискеһен оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай яттым. Төнө буйы карауат эргәһендәге шкафтан айыу сығып килә икән, тип һаташып, ҡурҡыныс төштәр күреп бөттөм.
Иртәнсәк уяныу менән тышҡа йүгереп сыҡтым. Атайым ишек алдында.
– Атай, Аҡбай ҡайттымы? – тип һорайым унан.
– Юҡ шул.
Ул көндө тоғро дуҫымды көтөп үткәрҙем. Кис тә етте, ә этем һаман ҡайтманы…
Шулай күп ваҡыт үтте. Бер көндө таңға эт өргән тауыш ишетеп, йүгереп сыҡтым. Был Аҡбай ине. Ҡыуаныстан этемде ҡосаҡлап алдым, шунда уҡ ашарына ла һалдым. Һөйөнөсөмдөң сиге юҡ ине. Этемдең алғы аяғында яраһы бар. Уны таҙартып, бәйләп ҡуйҙым. Оҙаҡламай яраһы төҙәлде, ә Аҡбайым минең ғүмеремде һаҡлаған тоғро дуҫыма әйләнде.