+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Булған хәл
29 Апрель 2019, 12:12

Йәберләк

Бәләкәй сағымдан иң ҡурҡҡаным ҡаҙ булды. Күреп ҡалһам, бер-ике метр алыҫлыҡтан урап үтә торғайным. Хәҙер ҙә был ҡурҡыу тойғолары онотолмай, әле лә һаҡ булырға тырышам.

Бер көндө иртән тышҡа сыҡһам, ни күҙем менән күрәйем: беҙҙең ихатала ата һәм инә ҡаҙ йөрөп ята. Үҙҙәре матур ғыналар! Ата ҡаҙ һалдатмы ни, башын юғары күтәреп, эре генә ҡыланған була. Мин әсәйемдән:
– Әсәй, был ҡаҙҙар кемдеке?- тип һораным.
– Беҙҙеке. Уларҙы Шафиға апайҙан һатып алдыҡ, – тип йылмая.
– Теге иң уҫал ҡаҙҙы ламы? – тип аптырайым, күҙҙәремде селт-селт йомоп.
– Эйе, – ти әсәйем.
Шафиға инәйҙәрҙең бер уҫал ҡаҙы бар ине шул. Бер кемде лә йорттарына яҡын ебәрмәне. Өй һаҡсыһы – эт шикелле, һәр үткән кешене баҫтыра торғайны. Мин дә дуҫтарым менән шул ҡаҙҙың янына барып, үсекләшеп, ҡаса инек. Эй, ул ваҡытта күңелле булғайны, хәҙер яңғыҙыма ҡурҡыныс. Бөгөндән был йорт ҡошо беҙҙеке, ә бит ул ҡот осмалы!
– Мин был ҡаҙҙан ҡурҡам бит, нисек әхирәттәрем менән уйнарға сығырмын инде? – тип ҡарайым.
– Быныһы бигерәк яҡшы, күберәк китап уҡырһың, – тип яуапланы әсәйем.
Ул көндө кискеһен әхирәттәрем мине уйнарға саҡырҙы. Йүгереп сығып барһам, теге ҡаҙҙарҙы күреп, йөрәгем табанға төштө. Нисек итеп ҡойма башына менеп киткәнемде лә һиҙмәнем. Ярай әле әсәйем күреп ҡалды. Ул ҡаҙҙарҙы һарай яғына ҡыуып, мине ҡойманан төшөрөп, урамға сығарып ебәрҙе. Уйынға әүрәп оҙаҡ ҡына йөрөп ташлағанмын. Ҡапҡанан инһәм, тағы ла – теге икәү. Ата ҡаҙ муйынын һоноп, ыҫылдап миңә ҡаршы килә. Кире сығып ҡас­тым. Оҙаҡ ҡына өйгә инә алмай йөрөнөм, илап бөттөм, бәхетемә күрә, әсәйем килеп сыҡты.
Шулай үтте беҙҙең артабанғы тормош. Ҡаҙҙың мине баҫтырмаған бер көнө лә юҡ, хатта үҙенә Йәберләк тип исем таҡтым.
Бер көндө әсәйемдәр баҙар­ҙан һап-һары ғына ҡаҙ бәпкәләре алып ҡайтты. Нисек шатланғанымды күрһәгеҙ! Тиҙерәк йылға буйына алып төшөп, уларҙы көткөм килде. Ләкин әсәйемдең уйы икенсерәк ине.
Шул көндө ул һары йомроҡастарҙы теге ҡаҙҙар эргәһенә ебәр­ҙе. Ләкин ни ғәжәп: инә ҡаҙ ыҫылдап йүгереп килде лә бәпкәләрҙе суҡырға кереште, ә Йәберләк, киреһенсә, ҡыуанғандай булды.
– Әсәй, ә ни эшләп инә ҡаҙ уларҙы алманы, әсәй кеше һөйөнөргә тейеш бит? – тим ғәжәпләнеп.
– Йәберләгеңдә атайлыҡ хистәре күберәктер, күрәһең, – тип ҡуйҙы әсәйем.
Шунан башлап ата ҡаҙға ҡарата күңелемдә хөрмәт тойғоһо уянды. Йәберләк тағы ла уҫаллана төштө, бәпкәләрҙе яңғыҙы ғына һәр ваҡыт ҡурсалап йөрөттө. Уларға бәйле йәй буйына күңелле ваҡыттар ҙа, ҡурҡып илап йөрөгән саҡтарым да күп булды. Был мажаралы көндәр ҡапыл ҡайғыға әйләнер, тип бер кем дә көтмәгән ине.
Бер көндө кискеһен малдар көтөүҙән ҡайтҡас, урамда әсәйемдең әрләшкән тауышы ишетелде. Йүгереп тышҡа сыҡтым. Ерҙә ҡанға батып Йәберләк ята ине.
– Нимә булды ул? – тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Бынау алйот ҡаҙ бәпкәләрен ҡыҙғанып, һыйыр аҫтында тапалды, – ти әсәйем.
Йәберләккә яҡыныраҡ килдем. Ул саҡ-саҡ тын алып ята ине. Күҙҙәремә йәш төйөлдө. Ошо мәлдә ҡаҙҙың урынынан тороп, ыҫылдап мине баҫтыра башлауын да ныҡ теләй инем. Ләкин мөғжизә булманы. Йәберләктең тын алыуы туҡтаны. Бөттө... Үткән ҡыҙыҡлы минуттарҙы ла, илай-илай ҡурҡып ҡас­ҡанымды ла кире ҡайтарып булмаясаҡ. Бәпкәләр сипылдаша, инә ҡаҙ эргәһендә әйләнә, ә минең күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәй.
Бәпкәләрен ҡурсып, хатта һыйырға ташланған Йәберләгемә һоҡланып та, аптырап та ҡуйҙым. Ҡыйыулыҡ, яуаплылыҡ, балаларын ҡурсыу кеүек сифаттар хатта ҡайһы бер кешеләрҙә юҡ. Әле мин бер туҡтауһыҙ сипылдашҡан бәпкәләргә ҡарап, тағы ла Йәберләк кеүек ҡаҙҙар үҫеп етеүен теләнем.

Азалиә КАМАЛОВА.

Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.

Читайте нас: