+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Булған хәл
14 Июль 2020, 16:51

«Ҡоро ер крокодилдары»

А. ЕМЕЛЬЯНОВА. Тажикистан.Географиянан һеҙ Амур буйы урмандарында уҫал йыртҡыс – юлбарыҫ, ә Төньяҡта аҡ айыуҙар йәшәгәнен беләһегеҙ. Нил йылғаһында – крокодилдар, Сахарала арыҫландар бар. Тажикстан – таулы яҡ. Уның хайуандар донъяһы бик күп төрлө. Унда юлбарыҫтар ҙа, айыуҙар ҙа, ҡапландар ҙа, ҡабандар ҙа, бүреләр ҙә, һеләүһендәр ҙә, дикобраздар ҙа бар. Ә инде йыландарҙың ниндәйе генә юҡ: быуар, күҙлекле, ҡара йыландар! Ләкин мин үҙем был йыландарҙан бер кемдең дә үлгәнен күргәнем юҡ: кеше бөтәһен дә еңә.Мин һеҙгә Хәбиб менән булған бер ваҡиғаны һөйләргә теләйем.

Уның ҙур кеҫәрткеләр менән осрашыуы, был йәнлектәрҙең шәп йүгереүгә генә түгел, ә һикерергә лә һәләтле булыуҙарын күрһәтә!
Әлбиттә, бындай хәлдәр бик-бик һирәк осрай һәм бына шуның өсөн дә ул ҡыҙыҡ.
Тажикстан менән Ҡырғыҙстан сигендәге тауҙарҙа Өсҡоҙоҡ тигән урын бар. Тирә-яҡта – һарыҡ көтөүлектәре.
Хәбиб – йәш тажик егете. «Победа» машинаһына ултырып, гәзит-журналдар, китаптар, хаттар тапшырыу өсөн чабандар эргәһенә китте. Тау юлынан барыуы бик күңелле ул! Тиҙҙән – Өсҡоҙоҡ. Хәбиб, унда туҡталып, һалҡын һыу эсәсәк. Шунлыҡтан уның кәйефе күтәренке: ул үҙ алдына ғына ниндәйҙер көйҙө һуҙып бара.
Ҡапыл уның ҡара күҙҙәре күк таҫма булып һуҙылып ятҡан юлға төштө, ирекһеҙҙән ҡулдары машинаны туҡтатты. Нимә бар һуң ул юлда?..
Ә юлды ҙур кеҫәрткеләр – ике метр ярым самаһы оҙонлоҡтағы «ҡоро ер крокодилдары» баҫып алғайны.
Әлбиттә, Хәбибтең кеҫәрткене мәктәптең тере мөйөшөндә күргәне бар ине. Ул кеҫәрткене йыртҡыс тип әйтеүе лә ҡыйын: үҙенең ҙур эсен иҙәнгә бүлтәйтеп һалған да, күҙҙәрен әүеш-тәүеш йөрөтөп, тик ята. Тәлмәрйендеке кеүек һары эсе ҡапыл ғына таяҡ һымаҡ шып-шыма ҡойроғона инеп юғала. Мәктәптә саҡта уҡ әле уҡытыусы ҙур кеҫәрткенең бик ҡурҡыныс булыуы, ҡойроғо менән ҡундырып, кешене аяҡтан йыға алыуы тураһында һөйләгәйне.
Һәм бына хәҙер Хәбиб алдында бер генә кеҫәртке түгел, ә көтөүҙәре менән яталар.
Хәбиб, сигнал бирә-бирә, машинаһында килеүен дауам итте. Ул кеҫәрткеләр ҡасып китерҙәр тип уйлағайны. Ә саҡырылмаған ҡунаҡтар ҡуҙғалырға уйламанылар ҙа. Улар, тиҙ генә үҙ-ара кәңәшләшкәндәй, бер тирәгә йыйылып алдылар ҙа бөтөнләй үҙгәреп киттеләр. Юҡ, улар шыуышманылар, ә осорға керештеләр. Хәбиб үҙ күҙҙәренә ышанманы: күҙ асып йомған арала кеҫәрткеләр матур ярым самаһы бейеклеккә күтәрелеп, ике-өс метрға һикерәләр. «Бына, исмаһам, һикерәләр! Артабан ни булыр һуң?..»
Артабан Хәбиб, машинаһының тәҙрәләрен ныҡлап ябып, юғары тиҙлектә алға ынтылды. Эйе, эйе, Хәбиб кеҫәрткеләрҙән ҡурҡты. Сөнки улар «Победа»ның алдында ла, артында ла, тирә-яғында ла һикерешәләр ине. Хатта ҡайһы бер кеҫәрткеләр машина өҫтөнән дә һикерәләр... Йыртҡыс һөйрәлеүселәрҙән ҡотолғансы шаҡтай күп тирләргә тура килде егеткә.
Һарыҡ көтөүлеге эргәһенә килеп еткәс, чабандар, Хәбибтең аҡбур һымаҡ йөҙөн күреп:
– Нимә булды? – тип һоранылар.
– Нимә... нимә... – тип мығырҙанды егет, иғтибар менән машинаһының тышҡы яғын ҡарап. (Ул кеҫәрткеләрҙең тырнашыуҙарын ишеткәйне.) – Өсҡоҙоҡ эргәһендә кеҫәрткеләр өҙгөләп ташлай яҙҙы үҙемде...
Чабандар уның хәлен яҡшы аңланылар, сөнки бәрәстәрҙе урлаусы кеҫәрткеләр менән алышырға тура килгәйне инде уларға.
Бына ниндәйҙәр беҙҙең тауҙарҙағы «ҡоро ер крокодилдары»!
Читайте нас: