+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Ноябрь 2019, 18:10

Кем ғәйепле?

Новосибирск ҡалаһынан 8 йәшлек Милана исемле ҡыҙ менән бәйле ваҡиғалар әллә ҡасандан бирле дауам итә.

Бөтәһе лә "Көҙ" байрамы айҡанлы синыфта ойошторолған сәй табынынан башлана. Ҡыҙҙың әсәһе фондҡа тейешле сумманы тапшырмаған өсөн баланы өҫтәл табынына ултыртмағандар. Әлбиттә, ул үҙен кәмһетелгән итеп тоя, илап сығып китә. Әсәһе был ваҡытта дауаханала булған, тип яҙалар. Һуңынан ҡыҙын ҡыйырһытыуҙары тураһында ғариза яҙа. Мәктәптә полиция, мәғариф етәкселәре ҡатнашлығында тикшереү эштәре башлана. Интернетҡа бер эләккәс, был хәл тирәләй ваҡиғалар ҡуйыра ғына. Ҡаланың битараф булмаған кешеләре Милана өсөн күңел асыу үҙәгендә байрам ойоштора. Хатта ҡыҙға кумиры – Егор Крид яҙҙырып ебәргән видеоны күрһәтәләр. «Һаумы, Милана! Мин һинең менән булған тарихты беләм. Бөтә нәмәнең дә гел ыңғай яҡтарын эҙләргә кәрәк. Бына, мәҫәлән, мин әле һиңә видео яҙҙырам, ә шул күңелһеҙ ваҡиға булмаһа, беҙ һинең менән яҡындан танышмаҫ инек. Шуға күрә күңелһеҙ хәлдәрҙе онот. Тормош – бумеранг, ҡайғырма», – ти танылған йырсы.
Тик күңелһеҙ хәлдәр дауам итә. Был юлы бер синыфташының ҡыҙҙы йәрәхәтләүе тураһында ғариза яҙыла... Нимә менән тамамланыр был ваҡиғалар?
Ысынлап та, сәй эскәндә баланы ата-әсәләр комитеты рәйесе ярҙамсыһы йәберләһә, уның ҡылығына, һаранлығына аптырарға ғына ҡала, бәләкәй ҡыҙҙың ни ғәйебе бар? Әсәһе лә Милананы уңайһыҙ хәлдә ҡалдырған шул, моғайын, әллә күпме аҡса йыймағандарҙыр инде. Нишләптер тапшырмаған. Беҙ бер кемде лә ғәйепләй алмайбыҙ, әлбиттә. Ваҡиғаның нескәлектәрен белмәйбеҙ бит, әммә ниндәйҙер һығымта яһарға, әҙ генә һығылмалыраҡ булырға кәрәк икәнен аңларға тейешбеҙ. Кескәйҙәргә байрам эшләйем, тип бөтә донъяға мәктәбеңдең яманатын тарат инде. Күпме талаш, бәләкәй балаларҙың күңеле кителгән...
Читайте нас: