-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Февраль 2020, 22:30

Софьяға операция яһағандар

Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Стәрлетамаҡ районынан ике йәшлек Софья Ғизәтуллинаны уҙған йылдың декабрендә Израилға ла алып барғайнылар. Әммә ундағы табиптар, ҡыҙҙың мейеһендә үҙгәрештәр булыу сәбәпле, хәлен ҡатмарлаштырып ҡуймайыҡ тип, операция эшләмәгән. Әле уны тикшерергә Өфөгә килтергәндәр һәм табиптар һөҙөмтәләр буйынса бәләкәс пациенттың аңҡауына операция яһаған. Бала быға тиклем шыйыҡ ризыҡ менән генә туҡланған булған икән. Софьяға уңышлы ғына һауығып китеүен теләйек.
Читайте нас: