+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Февраль 2020, 15:38

Гөлназдың яңы проекты

Элекке йәш хәбәрсебеҙ, әле Мәскәүҙә йәшәгән Гөлназ Ғәлимуллина «Башҡорт әйтемдәре һәм мәҡәлдәре» исемле яңы проекты менән таныштыра.

Уның социаль селтәрҙәрҙә йәшәгән «Монисто» фотопроекты тураһында күптәрегеҙ беләлер, моғайын. Ә быныһы хаҡында Гөлназ Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан белдерҙе. «Беҙҙең ижади команда хеҙмәт емешебеҙҙең өйҙәрегеҙ стеналарын биҙәүен теләй. Календарь сығарҙыҡ. Был беҙҙең Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына индергән бәләкәй генә өлөшөбөҙ», – тип яҙа проекттың авторы һәм фотографы Гөлназ Ғәлимуллина социаль селтәрҙә.

2020/2021 йылдарға төҙөлгән календарь өсөн башҡорт мәҡәлдәре һәм уларҙың урыҫ, инглиз телдәрендәге аналогтары һайлап алынған. Бик матур фотолар менән биҙәлгән.
Читайте нас: