Хәҙер бына шуларҙан нисек ҡотолорға белмәйбеҙ. Дөрөҫөрәге, уларҙа тупланған насар контенттан, төрлө кәрәкмәгән уйын, мәғлүмәттәрҙән. Бигерәк тә балалар йәл. Уларҙың да һәр береһенең ҡулында – смартфон, быға өйрәнеп тә бөттөк инде: ҡайҙа икәнлектәрен, хәлдәрен тиҙ генә белешә һалып торабыҙ. Тик интернетта нимә генә юҡ – шуныһы эсте бошора.
Яңыраҡ Санкт-Петербургтан әүҙем йәмәғәтселәр ил хөкүмәтенә балалар өсөн махсус сим-карталар сығарырға кәрәклеге тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Уларҙа алдан уҡ зыянлы программаларҙы һәм тыйылған сайттарҙы үткәрмәүсе филтьр ҡуйылырға тейеш. Йәмәғәтселәр фекеренсә, әле балалар атай-әсәйҙәре алып биргән сим-карталар менән ҡуллана, ә махсус сығарырылғандарын улар үҙҙәре исеменә, тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын йәки паспорттарын күрһәтеп алыр ине.
Бик һәйбәт тәҡдим, тик уны тормошҡа ашырырҙармы, әлегә билдәһеҙ.