Ул уҡытыусыһы ярҙамында инсулин өсөн һыуытҡыс яһаған. 3D принтер ҡулланғандар. Бәләкәй генә контейнерҙа уколдар һәм тоҙло һыу өсөн урындар бар. Ҡулланыр алдынан туңдырғысҡа ҡуялар, шунан һигеҙ сәғәт буйы файҙаланырға мөмкин.
Арсений инсулинды һалҡында һаҡларға кәрәклеген диңгеҙ буйына йылы яҡҡа ял итергә барғанда белеп ҡала. Ә биш йәшлек дуҫы бәләкәйҙән шәкәр диабетының беренсе төрө менән ауырый. Бөтә кәрәкле әйберҙәрен үҙе менән йөрөтөргә тура килә уға. Йәш уйлап табыусының башына дуҫы өсөн махсус контейнер эшләү уйы килә лә инде. Бына тигән килеп сыға!
Был Арсенийҙың тәүге эше түгел икән: смартфон аша электр приборҙары менән идара итә торған аҡыллы розетка уйлап сығарған булған. Әле уға телевизор менән яҡтыртҡыс тоташтырылған. Малай тағы ла эҙләнеү өҫтөндә.