+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә тағы бер дауахана төҙөйәсәктәр

Өфөлә тағы бер йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөргә планлаштыралар.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров был турала 4-се клиник дауаханаһын барып ҡарағас белдергән. Ни тиһәң дә, коронавирус күп илдәрҙә тарала. Һаҡланғанды Алла һаҡлай, тигәндәй, бөтәһенә лә әҙер булырға кәрәк. 9 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 100-ҙән ашыу илдә 109 мең кеше сирләп, шуларҙың 3 мең 813-өнөң ғүмере өҙөлгән, 60 мең тирәһе һауыҡҡан.
Ҡытайҙар йәй баштарында киҙеү үтәсәк, тип иҫәпләһә лә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы пандемия хәүефе лә ҙур, коронавирус бөтә планетаға янай, тип билдәләй. Әммә үҙ ваҡытында хәл иткес саралар күреү был сирҙе контролдә тотоп, таралыуына юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итәсәк, тиҙәр.
Әйткәндәй, был вирус төҙөлөшө буйынса тажды (корона) хәтерләтә, исеме лә шунан килеп сыҡҡан.
Читайте нас: