+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өйҙә уҡырға тура килерме?

Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығынан төбәктәргә коронавирус арҡаһында ваҡытлыса дистанцион уҡытыуға күсереү тураһында рекомендациялар ебәргәне тураһында кисә хәбәр иткәйнек инде.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлегә мәктәптәр әүәлгесә эшләй. Бер аҙнанан яҙғы каникул башлана. Иң оҙайлы өсөнсө сирек ирекһеҙҙән ҡыҫҡарҙы: грипп һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар ныҡ таралып, карантинға ябылмаған мәктәп ҡалдымы икән? Хәҙер килеп, коронавирус... Бәлки, каникулға тиклем уҡыусылар тыныс ҡына дәрескә йөрөр. Башҡортостанда әлегә яңы вирус бер кемдә лә табылмаған, Аллаға шөкөр. Карантин иғлан ителерме,юҡмы, моғайын, иртәгә билдәле булыр. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус буйынса тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу линия эшләй: 8(347) 286-58-27.
Читайте нас: