Ғинуарҙа ил етәкселеге был ҡаланы япты, унан сығырға ла, унда инергә лә тыйылды. Өс айҙан һуң ҡала эсендә вирусты еңделәр. 19 мартта Ухандә вирус йоҡтороусы бер яңы сирле лә асыҡланманы. 8 апрелдә ҡаланың 11 миллион (!) кешеһе карантиндан азат ителәсәк. Икешәр ай өйҙән сыҡмай ултыр әле?! Күптәрҙә вирус яңынан килер, тигән ҡурҡыу тойғоһо ҡалған.
Медицина тикшереүе үткәндән һуң был төбәктән китергә мөмкин. Автобустарға ингәндә тән температураһын тикшерәләр, битлек кейеү мотлаҡ. Ухань яйлап ҡәҙимге тормошҡа ҡайта. Әммә мәғариф учреждениеларында карантин дауам итә әле.