Яңы тест клиник һынауҙы үтеп, Рәсәйҙә ҡулланылыр өсөн теркәлгән. Уның ярҙамында бер тапҡыр тикшереп, коронавирус бармы, юҡмы икәнен асыҡлап була, тиҙәр. Кешеләрҙе күпләп тикшереү, ауырығаны һиҙелмәһә лә, үҙендә вирус йөрөткәндәрҙе ваҡытында асыҡлай алыу, сирҙең таралыуын тотҡарларға ярҙам итер. Пандемияға ҡаршы тағы бер тикшереү ысулы барлыҡҡа килеүе ҡыуандыра. Юғиһә, "тажлы" вирус бик аяуһыҙ, өйрәнелмәгән, унан нимә көтөргә лә белеп булмай. Шулай ҙа коронавирус эболаға ҡарағанда хәүефһеҙерәк, тип иҫәпләйҙәр. Эболанан үлеү осраҡтары байтаҡҡа күберәк икән.