Әммә хөкүмәт өлгөргәнлек аттестаты өсөн имтихандар үткәрелмәйәсәге тураһында хәбәр иткән. Сәбәбе - илдә COVID-19 эпидемияһының таралыуы. Ул Францияла апрель аҙағына тиклем йәки тағы оҙағыраҡ дауам итер, тип күҙаллайҙар. Был - Францияның 740 мең сығарылыш синыф уҡыусыһы аттестатты ошо уҡыу йылы буйынса күрһәткән уңыштары буйынса аласаҡ тигән һүҙ. Әммә француз теле буйынса телдән имтихан барыбер буласаҡ, тиҙәр, ул, моғайын, июнь аҙағында үтер.