+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Апрель 2020, 23:10

Паспортың юҡмы, алмаштырырға ваҡыт еттеме?

Яңыраҡ 14 йәшең тулдымы? Әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында әле генә паспорт алыу мөмкинлеге юҡ шул.

Кемдәр 1 февралдән 15 июлгә тиклем паспорт алырға тейеш, уларға әлегә тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын йәки сит ил паспортын ҡулланырға мөмкин. 25 йәки 45 йәш тулып, алмаштырырға ваҡыт етһә лә, әлеге паспортығыҙ 15 июлгә тиклем ғәмәлгә яраҡлы, тип иҫәпләнәсәк. Шулай уҡ водитель танытмаһын да, срогы сыҡһа ла, 15 июлгәсә файҙалана алаһығыҙ. Президент Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйғанын ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Үҙизоляция ваҡытында өйҙә ултырайыҡ. #ДомаЯҡшыраҡ
Читайте нас: