Әйткәндәй, бөгөн Рәсәй буйынса COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны кисәге менән сағыштырғанда күпкә кәмерәк: 4 мең 268, кисә 6 меңдән ашыу ине. Ә төбәктәрҙә, Башҡортостанда ла, уларҙың артыуы күҙәтелә: республикала 20 апрелгә тағы 52 кешелә коронавирус тапҡандар, ике кеше вафат булған.
20 апрелдән COVID-19 вирусы таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн социаль учреждениелар, йәғни приюттар, балалар һәм ҡарттар йорттары карантинға ябылды. Радий Хәбиров белдереүенсә, карантин шарттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә түләү буласаҡ.
Шулай уҡ Республика Башлығы бөгөн Мәскәүҙән легаль булмаған автобус маршруттарын туҡтатырға ҡушты. Сөнки уларҙы контролдә тотоу, коронавирусҡа тест алыу мөмкин түгел, тиерлек.