+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Апрель 2020, 13:48

Ҡырымда билдәһеҙ вирус тураһында фильм төшөргәндәр.

Шуныһы ҡыҙыҡ: сериал әлеге пандемиянан ярты йыл алда төшөрөлә башлаған. "Ябыҡ миҙгел" ("Закрытый сезон") тип атала. Сюжет буйынса Курорт ҡаласығында ниндәйҙер ауырыуҙан кешеләр үлә башлай.

Ял миҙгеле хәүеф аҫтында ҡала, Мәскәүҙән эпидемиолог саҡыралар. Төп ролдәрҙең береһен Нелли Уварова башҡара һәм ул фильм өсөн хатта сәсен ҡырҙыра.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта, үҙизоляция ваҡытында, күп билдәле кешеләр сәстәрен ҡыра, иғтибар иттегеҙме икән? Чечняняң башлығы Рамзан Ҡадыров, халыҡтың бөҙрәханаларҙы асыуын һорауына яуап итеп, башын ҡырып, өлгө күрһәткәйне. Видеоһын социаль селтәргә һалып, бүтәндәрҙе лә үҙ өлгөһөнә ҡушылырға саҡырҙы. Әле бик күптәр, танылған шәхестәр - ир-аттар уға эйәрә. Ә ҡатын-ҡыҙҙарға, белеүебеҙсә, динебеҙ сәстәрен әҙерәк ҡыҫҡартырға ғына рөхсәт итә.
Фильмға килгәндә, уның режиссеры Дарья Полторацкая: "Был - ниндәй генә ауырлыҡтар килеп тыуһа ла кешенең кеше булып ҡалырға тейешлеге тураһындағы тарих. Вирус - стихия бит ул, унан тулыһынса һаҡланып та, эҙемтәләрен алдан белеп тә булмай", - ти.
Сериал нисек тамамланыр - әлегә сер, уны ҡарағас белербеҙ. Премьераһы 28 апрелдә түләүле сервистарҙа күрһәтеләсәк икән. Һуңынан "Россия 1"каналынан ҡарай аласаҡбыҙ.
Читайте нас: