+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙың СНИЛС-ын Дәүләт хеҙмәте порталында табырға мөмкин

3-тән 16 йәшкә тиклемге балаларға 10 мең түләү тураһында билдәле булғас, 8 миллион ғариза яҙылған да инде. Уларҙың 99 проценты Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирелгән.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министры Сергей Котяков белдереүенсә, Коммуникатив бәйләнештәр министрлығы менән берлектәге сервиз ярҙамында хәҙер документ тултырғанда кәрәк булһа, баланың СНИЛС һандарын Дәүләт хеҙмәттәре порталында белергә мөмкин. Был яңылыҡ үҙизоляция ваҡытында атай-әсәйҙәр документ юллап, Пенсия фондына йөрөмәҫ өсөн эшләнгән. Билдәле булыуынса, 10 мең 1 июндән түләнә башлаясаҡ, ә ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: