-9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыу йылы башын күсерерҙәрме?

Кисә ҡабул итеү компанияһына арналған матбуғат конференцияһында Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем министрлығының министр урынбаҫары Дмитрий Афанасьев, юғары уҡыу йорттары яңы уҡыу йылы башын ике айға тиклем кисектереү хоҡуғына эйә, тип белдергән. Әлбиттә, бөтәһе лә ҡайһы төбәктә коронавирус менән бәйле хәлдең ниндәй кимәлдә булыуына бәйле.

"Был бик уңайлы вариант түгел, әммә ошо хәүефле осор үтеп киткәнсе ике айға тиклем уҡыу йылы башын кисектереп торорға мөмкин", - тигән ул.
Әлегә министрлыҡ яңы уҡыу йылын 1 сентябрҙә башлау сценарийын күҙ уңында тота. Шулай уҡ Афанасьев абитуриенттарға документтарын онлайн тапшырырға саҡыра. Пандемия менән бәйле хәл тотороҡлана башлаған төбәктәрҙә лә хәүефтән һаҡланыу маҡсатында вуздарға барып йөрөмәү һәйбәтерәк, ти.
Министр урынбаҫары белдереүенсә, бөтә юғары уҡыу йорттары ла абитуриенттарҙың документтарын электрон төрҙә ҡабул итергә тейеш, ә буласаҡ студенттарға сайттарҙағы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға кәңәш ителә.
Читайте нас: