-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Сентябрь 2020, 11:50

Мәктәптә алһыу сәсле ҡыҙыҡай ...

Дуҫтар, һеҙҙең мәктәптә сәсен алһыуға, йәшелгә йә зәңгәргә буяған ҡыҙҙар юҡмы? Ә сәстәрен оҙон итеп үҫтереп бәйләп йөрөгән егеттәр? Быға атай-әсәйҙәрегеҙ, уҡытыусыларығыҙ кире ҡарашталыр, әлбиттә. Ысынлап та, уҡыусыға сәсен тәбиғи булмаған төҫтәргә буярға мөмкинме, белем усағының уставына тура киләме был? Илдә сәсен йәшел, алһыуға буятҡан уҡыусыларҙы мәктәптән ҡыуырға маташыу осраҡтары ла күҙәтелә.Әйткәндәй, Силәбе өлкәһенең Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Юлия Сударенко ошо турала мәктәп директорҙары менән аңлатыу эше алып барыуҙы һорап, төбәктең мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итергә уйлай икән.

"Шундай һорау килде: cәсен алһыу төҫкә буятҡан өсөн директорҙың уҡыусыға мәктәпкә инеүҙе тыйыуы ҡанунға ярашлымы икән? Был хәл күптәргә таныш. Сәскә генә түгел, тырнаҡтарға ла ҡағыла. Минең фекерем бер һәм ул ҡанунға нигеҙләнә. Был - кеше хоҡуғын боҙоу. Әхлаҡи, психологик, этик яҡтан дөрөҫ түгел, кеше индивидуаллеген һындырырға ярамай", - тип яҙған Юлия Сударенко "Фейсбук"та. Бына нисек!
Беҙ ҡыҙҙарҙың да, малайҙарҙың да сәстәрен матур итеп йөрөтөүенә күнеккәнбеҙ. Шулай ҙа бер нисә йыл элек Өфөләге бер мәктәп директорының өлкән синыф егетенең сәсен оҙон итеп үҫтереп йөрөтөүенә тыныс ҡарауы, шелтәләмәүе тураһында һөйләгәне иҫкә төштө. "Ә ниңә, яҡшы уҡый, мәктәп лидерҙарының береһе, бик әүҙем уҡыусы, сәс үҫтереүе уның тәртибенә ҡамасауламай,"- тигәне хәтерҙә.
Быйыл донъяла сәстәрен алһыуға буятыусылар күбәйгән икән. Психологтар әйтеүенсә, алһыу сәс уның хужабикәһенең тыйнаҡлығын, наҙлылығын күрһәтә. Юҡ, беҙ, әлбиттә, ҡыҙҙарҙы сәстәрен төрлө төҫтәргә буяп йөрөргә саҡырмайбыҙ. Мәктәпте тамамлағас та өлгөрөрһөгөҙ әле йә булмаһа каникул ваҡытында сәстәрегеҙ менән төрлө тәжрибәләр эшләп ҡарарға мөмкин, шулай бит?!
Читайте нас: