+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Октябрь 2020, 13:18

Мостай Кәрим фонды гранттарына кемдәр лайыҡ?

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тула. 2015 йылда уның исемендәге фонд булдырылып, Башҡорт дәүләт университетының иң яҡшы уҡыған, әүҙем, ижади уңыштарға өлгәшкән студенттарына гранттар тапшырыла башлағайны. Хәҙер был дәртләндереү бүләге аспиранттарға, Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһының өлкән синыф уҡыусыларына ла бирелә. Быйыл кемдәр лайыҡ булған һуң?

Уҡыусыларҙан - Әҙилә Ишемғужина, Сәлимә Яҡупова, Раушания Миһранова, Асҡар Иҙрисов (VIII cиныф), Рамазан Ҡаҙаҡбаев, Лиана Юнысова(IX cиныф), Диана Ғазина, Карина Кәримова, Варвара Мосалёва, Яҙгөл Томаншина (X cиныф), Лилиә Ғәликәева (XI синыф).Йәш филолог-ғалимдар араһында иһә быйыл грантҡа шағир, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең әҙәби мираҫын өйрәнеүсе магистранттар Гөлйемеш Ҡылысова менән Рузалина Таһирова һәм аспирант Гаяз Бикбулатов лайыҡ булған.
Бүләкләү тантанаһы республикалағы санитар-эпидемиологик хәл яҡшырғас уҙасаҡ.
Читайте нас: