+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Ноябрь 2020, 13:50

Шайморатов генерал образы - театр сәхнәһендә

"...Ат уйнатып алдан бара..." Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында шулай тип аталған спектаклдең премьераһына әҙерләнәләр. Сценарий авторы - Зөһрә Бураҡаева. Миңлеғәле Шайморатов ролен Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Артур Кәбиров башҡара.

Белеүебеҙсә, данлыҡлы Шайморатов генерал бик талантлы шәхес булған. 112-cе Башҡорт атлы кавалерияһын ойоштороусы, уның данлыҡлы командиры. Халыҡ һөйөүен яулаған легендар генерал тураһындағы спектаклде, әлбиттә, бик күптәрҙең ҡарағыһы киләлер. Әммә пандемия бер аҙ ҡамасаулай, ярай, донъялар яҡшырыр, спектаклде мотлаҡ барып ҡарарбыҙ әле.
Премьера ике көн - 19, 20 ноябрҙә театрҙың кесе залында буласаҡ (ҙурында төҙөкләндереү эштәре тамамланмаған әле).
Читайте нас: