Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Ноябрь 2020, 00:17

Йәрмәкәй башҡорттары

Быйыл төрлө райондар буйынса "Без - башҡортлар" исемле брошюралар күп кенә сығарылды. Башҡортостан Cтратегик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, улар статистик мәғлүмәттәрҙе, архив материалдарын һәм урындарҙағы тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр мәғлүмәттәрен файҙаланып яҙыла.

Бөгөн Стратегик тикшеренеүҙәр институты Йәрмәкәй районы мәҙәниәте һәм тарихы буйынса ғилми-методик әсбаптар менән таныштырҙы. Уларҙағы материалдар ошо районда йәшәгән халыҡҡа тамырҙарын өйрәнергә, шәжәрәләрен төҙөргә ярҙам итәсәк. Әлеге ваҡытта Йәрмәкәйҙә Йылан, Ҡыр-йылан, Байлар ырыуы башҡорттары йәшәүе билдәле.
Читайте нас в