+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Ноябрь 2020, 11:56

Данлыҡлы яҡташыбыҙға һәйкәл

Силәбе ҡалаһында данлыҡлы яҡташыбыҙ, башҡорт спортсыһы Харис Йосоповҡа һәйкәл асылды.

Харис Монасип улы 1929 йылда Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған. Силәбе педагогия институтын тамамлағас, тренер булып эшләй башлай. Силәбелә дзюдо мәктәбенә нигеҙ һала. Харис Йосоповтың тәрбиәләнеүселәре араһында Олимпиада призёры, ике донъя, 14 Европа чемпионы, 250-нән артыҡ спорт мастеры бар.
Харис Монасип улы - дзюдо буйынса СССР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры, классик һәм ирекле көрәш, самбо буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры, дзюдо буйынса халыҡ‑ара, самбо буйынса Бөтә Союз категориялы судья. РСФСР‑ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР‑ҙың физик культура отличнигы. Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
2009 йылдан күренекле яҡташыбыҙ иҫтәлегенә дзюдо буйынса асыҡ Бөтә Рәсәй турниры ойошторола, тыуған ауылы Арҡауылда милли көрәш буйынса ярыштар уҙғарыла.
Читайте нас: