-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
16 Декабрь 2020, 14:04

Дәрес буйы тумбочка эсендә ултырған!

Волгоград өлкәһенең бер районында VIII cиныф уҡыусыһы дәрес буйы тумбочка эсендә ултырған. Аптырамаҫһыңмы?!

Ә хәл, урындағы матбуғат сараларында яҙылыуынса, былай була: 14 йәшлек үҫмерҙең тәнәфес ваҡытында коридорға сыҡҡыһы килмәй һәм тумбочкаға инеп ултыра. Уҡытыусы иһә балалар сығып бөткәс, уны бикләп ҡуя. Дәрес башланыуға уҡыусылар завуч менән килеп инә. Үҫмер тумбочкаға инеүе сәбәбен бер аҙ яңғыҙ булырға теләүе менән аңлата һәм сығырға уйлай. Ләкин етәксе ишекте яба һәм уҡытыусыға уны сығармаҫҡа ҡуша. "Улым сығырға ынтылған һайын уҡытыусы ишекте япҡан", - тип зарлана әсәһе. Уның әйтеүенсә, завуч үҫмерҙе Диоген (грек философы) менән сағыштырған һәм уға мискәлә ултырыу файҙалы, тигән. Әсәһе улының тәүҙә дөрөҫ ҡыланмағанын аңлай, әммә быны икенсе юл менән дә хәл итергә мөмкин булыр ине, тип иҫәпләй.
Әле Волгоградтың мәғариф департаменты был кеше ышанмаҫлыҡ хәлде тикшерә башлаған.
Читайте нас: