Улар – Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә. Күсмә ғаиләләрҙә 6 мең 569 бала тәрбиәләнә, шуларҙың 2,2 меңе - мәктәпкәсә йәштәгеләр, 4,3 меңе - уҡыусы йәшендә.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә балалар белем алыр өсөн ике йәштән ата-әсәләренән айырылырға мәжбүр була, интернаттарҙа ятып уҡыйҙар, ситкә киткеләре килмәй, әсәйҙәренең дә йөрәктәре һыҡтай. Балалар каникулдарҙа ғына ҡайта. Һөҙөмтәлә, күсмә тормош шарттарында нисек йәшәү тураһында, үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен дә онотоп бөтәләр. Ошоно иҫәпкә алып, Яҡут-Саха Республикаһында күсмә белем биреү буйынса документ әҙерләгәндәр. Күсмә мәктәптәр эше «Мәғариф» милли проектына ла индерелгән. Тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар урындағы аҙ һанлы ҡәбиләләрҙә йәшәүселәрҙең үҙҙәре араһынан әҙерләнергә тейеш, ти эксперттар. Әлбиттә, болансылыҡ менән шөғөлләнгән атай-әсәйҙәрҙең тормош шарттары балаларын интернет менән тәьмин итергә мөмкинлек ҡалдырмай. Шуға был өлкәлә ярҙам итеү өсөн айырым программа кәрәклеген дә билдәләйҙәр. Бына шулай, дуҫтар. Һәр баланың белем алырға булған хоҡуғы үтәлергә тейеш.