-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
15 Август 2023, 10:00

Археологтар байрамын билдәләй

Ергә күмелеп һаҡланып ҡалған ҡомартҡылар (тимер аҡса, ҡорал, йорт-ҡаралты әйберҙәре) буйынса боронғо халыҡтарҙың тарихын өйрәнеү фәне археология тип атала. Илебеҙҙә Археолог көнө бөгөн билдәләнә. Әйҙәгеҙ, республикабыҙҙың иң билдәле боронғо археологик табыштарына байҡау яһайыҡ. 1. Баҡшай ултырағы.

Археологтар байрамын билдәләй
Археологтар байрамын билдәләй

Ул Учалы районының Ғәҙелша һәм Яңы Байрамғол ауылдары араһында табыла. Керамик һауыт-һабаны һәм башҡа әйберҙәрҙе тикшергәс, ғалимдар был урында кешеләрҙең яҡынса биш мең йыл элек йәшәгәнен раҫлай. 

2. Өфө – II ҡаласығы баш ҡаланың үҙәгендә – Пушкин, Яңы күпер урамдарында, Салауат Юлаев проспектының башында урынлашҡан. I быуатта уҡ төҙөлгән ҡаласыҡта ҡаҙыныуҙар барышында торлаҡ эҙҙәре, оҙон ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табыла.

3. Ҡыпсаҡ археологик комплексы. Илеш районының Ҡыпсаҡ ауылындағы ҡәберлектәрҙә эҙләнеү эштәре 1992 йылда башлана. Был ерҙәрҙән борон сауҙа юлы үткән тигән фараз бар. Рим биҙәүестәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре, һунар һәм эш ҡоралдары күпләп табыла.

4. Кәшәнәләр. Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы янында ил инәһе, Ерәнсә сәсәндең ҡатыны Бәндәбикә, Шишмә районының Үрге Тирмә ауылында Турахан ата һәм Аҡ зыяратта Хөсәйенбәк хажи ерләнгән кәшәнәләр боронғоларҙан һанала. Уларға хәҙер ҙә дин юлындағы кешеләр зыярат ҡыла, туристар килә.

5. “Ирәндек” тарихи-археологик музей-заповеднигы. 295 кв. км биләмәлә 400-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ һаҡланған. Мәҫәлән, “Ҡыҙылъяр” таш оҫтаханаһы, Улаҡ ҡаласығы, ҡәберлек һәм кәшәнәләр.

6. Учалы районының Ахун ауылы янындағы бронза быуаты дәүерендәге менгирҙар комплексы. Яҡынса дүрт мең йыл элек төҙөлгән обсерватория ҡояшты, айҙы күҙәтеү, йондоҙлоҡтарҙы билдәләү өсөн ҡулланылған.

Фото: yandex.ruyandex.ru/images.

Археологтар байрамын билдәләй
Археологтар байрамын билдәләй
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: