+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!

...Мин тыуғанда өйҙә лә, тышта ла ҡараңғы була. Шуға күрә яҡты түгел, ә ҡа­раңғы донъяға килдем, тиеү дөрөҫөрәк булыр. Мин тыуғас ҡы­на, таң атып, донъя яҡтырып киткән!

Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!
Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!

Ҡараңғы донъяға килдем
Был донъяға төрлө кеше төрлөсә килә. Һәр хәлдә, беҙҙең заманда шулай ине. Ул ни, хәҙер генә бөтә баланы ла бәпесләү йортонан алып ҡайталар. Ә беҙ бәләкәй саҡта улай түгел ине. Бына, мәҫәлән, күрше ҡыҙын йәй көнө әсәһе бәрәңге баҡсаһынан табып алған. Ә күрше малайын торналар аҙбар башында ҡалдырып киткән. Ҡайҙалыр балаларҙы ата-әсәләренә ҡауҙы ҡалдырып китә, тип тә һөйләй­ҙәр. Әммә беҙҙең ауылға улар килмәй шул. Торналар ҙа йәй кө­нө генә торалар. Шуға күрә мин... һалҡын ҡыш уртаһында мәкенән һыу алғанда әсәйемдең силәгенә ултырып сыҡҡанмын. Бәләкәй саҡта уның һөйләүе буйынса, яҡты донъяға шулай килгәнмен.
«Яҡты» тип, әлбиттә, шартлы рәүештә генә әйтәм. Ысынбарлыҡта иһә һис тә яҡты донъяға килмәгәнмен. Сөнки мин тыу-ғанда өйҙә лә, тышта ла ҡараңғы була. Шуға күрә яҡты түгел, ә ҡа­раңғы донъяға килдем, тиеү дөрөҫөрәк булыр. Мин тыуғас ҡы­на, таң атып, донъя яҡтырып киткән!
Донъяға тыуыу менән уға эйәләшә лә башланым. Яҡын кешеләрем: атайым һәм әсәйем, ағайым һәм апайым миңә ярайһы уҡ яҡшы кешеләр булып күренде, һәм улар янында үҙемде үҙ өйөмдә кеүек хис иттем. Бигерәк тә апайымды яраттым. Әйткәндәй, беҙҙең яҡта апай кешеләргә «апа» тип өндәшәләр, «апайым» тип үҙеңдән бәләкәй туғандарға әйтәләр. Атайға — әтәй, әсәйгә — инәй, ағайға абзый тиҙәр.
Эйе, бигерәк тә апамды яраттым. Сөнки ул үҙе мине ныҡ яҡын күрҙе. Ғаиләбеҙҙә берҙән-бер ҡыҙ бала булараҡ, апам инәйемдең уң ҡулы — төп ярҙамсыһы ине, шуға мине ҡарау бурысы тулыһынса уның елкәһенә төштө. Апамдың был үтә мөһим хеҙмәтен юғары баһаланым һәм, уны шатландырыр өсөн һигеҙ айҙан уҡ, мүкәйләп-нитеп тормай ғына үҙем атлап, ишекле-түрле йөрөй башланым.


Йылмайыу көсө
1949 йылдың көҙөндә әтәйем менән инәйем мине, туғыҙ айлыҡ малайҙы, беренсе тапҡыр алыҫ сәфәргә алып сыға. Юлыбыҙ – Кама аръяғындағы Сарапул ҡалаһына. Яңауыл станцияһында поезд көткәндә әтәйем, инәйем менән мине вокзалда ҡалдырып, беҙгә ризыҡ алырға китә. Ул ваҡытта вокзал янында ышпаналар, кеҫә ҡараҡтары мыжғып торған. Шуларҙың береһе, ипләп кенә килеп, әсәйемдең кеҫәһенән аҡса янсығын тартып сығармаһынмы?! Бур үҙ «эш»ен шул тиклем оҫта итеп башҡара, ул һиҙмәй ҙә ҡала. Ә мин иһә, ҡараҡтың был шөғөлөн ҡыҙыҡ күреп, уға йылмайып ҡарап торғанмын...
Бер аҙҙан теге кире урап килә. «Ғәфү ит мине, апа, – тип аҡса янсығын инәйемә ҡайтарып бирә ул. – Ихлас йылмайып торған был баланың ризығын киҫергә намыҫым етмәй».
Шулай беҙ бәләкәй саҡта кеҫә ҡараҡтары ла намыҫлыраҡ ине. Бөгөнгө ҡомһоҙ бурҙарҙан айырмалы булараҡ…


Шиғыр нисек тыуа?
Тел дә асылғас, аяҡтар ҙа йүгерә башлағас, өйҙәгеләргә мәшәҡәт артты. Уларға һис тынғылыҡ бирмәнем. Ҡулымдан килгәнсә тыныс йәшәтмәҫкә тырыштым үҙҙәрен. Әгәр ҙә әтәйем мине елкәһенә ултыртып йөрөргә теләһә, мин ҡарыштым. Дәрес әҙерләп ултырған абзыйымдың башына менеп атланыуҙы хуп күрҙем. Үҙен ныҡ яфаланым. Шаярыуҙарымдан тамам тәҡәте ҡороғас, абзый әлифба алып бир-ҙе. Уны туҙҙырғансы аҡтарып ултыра-ултыра биш йәштә уҡырға өйрәндем.
Тәүге шиғырымды һигеҙ йәштә яҙғайным. Ул ваҡытта мин сатираны юморҙан айыра белмәй инем әле, шуға күрә ниндәй шиғыр икәнен дә аңламаным: әллә сатирик булды ул, әллә юмористик... «Минең еҙнәй» исемле оҙон ғына был шиғыр шәрәмәте былай тип башлана:
Бер көн беҙгә еҙнәй килде
Матай менән тырылдап.
Өйгә керҙеләр икәүләп
Апа менән пырылдап.
Өйҙәгеләр уны ҡысҡырып көлө-көлә уҡыны. Бигерәк тә апайым ныҡ шатланды. Айыҡ тормошта йәшәгән ҡайныһына ҡунаҡҡа «ҡыйыш тейәп» ҡайт-ҡаны өсөн пыр туҙҙырылған еҙнәм былай нисауа булып сыҡты. Бигерәк тә һуңғы йылдарында, шайтан һыуын бөтөнләй ҡапмай башлағас, шәп кешегә әйләнде.
– Һин, ҡәйнеш, үҙеңдең сатираң менән тәки мине дауаланың бит, әй! – тип йыш ҡына көлә торғайны.


Бар байлығым
Һәр кем үҙ ғүмерен үҙе теләгән­сә сарыф итә. Берәүҙәр уны аҡыл туплауға бағышлаһа, икенселәр ғүмер буйы байлыҡ йыйыу менән мәшғүл була. Кемдер шырпы ҡаптары, маркалар йыя, ә кемдер «иномарка»лар, кәттиждәр коллекцияһын хуп күрә.
Мин иһә шырпы ҡаптары ла, машиналар ҙа йыйыу менән шө­ғөлләнмәнем. Һигеҙ йәштән бирле туплаған бар байлығым — ижад ҡумтаһы.
Беренсе китабым — «Сер ҡапсығы» — 1982 йылда 10 мең дана тираж менән Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылды. Мөхәррире — Рәшит Сабитов. Китапта — урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән хикәйәләр, фельетондар, скетчтар. Уларҙы яҙғанда мин үҙем дә урта йәштәге мәктәп балаһы инем. Йәғни геройҙарым тиҫтере: 13 – 14 йәшлек малай. Китап күпкә һуңлап сыҡты — мин утыҙҙы уҙғас ҡына.
Уның ҡарауы, икенсе китабым үҙ ваҡытында тыуҙы: 1984 йыл. «Тәгәрмәсле сана» исемле был йыйынтыҡҡа «торғонлоҡ» тип аталған заман тураһында сатирик һәм юмористик хикәйәләр туп-ланған. Мөхәррире – Раил Байбулатов. Тиражы – 15 мең дана.
Сираттағы китабым 1986 йылда Мәскәүҙең «Правда» нәшриәтендә донъя күрҙе: «Красавчик Шармаев». Күләме бәләкәй булһа ла, тиражы арыу ғына — 75 мең дана. «Крокодил китапханаһы» серияһында баҫылған йыйынтыҡтың мөхәррире — күренекле урыҫ сатиригы Эдуард Полянский.
1988 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә «Күгәрсен һөтө» исемле китабым сыҡты. Унда — сатирик повесть һәм хикәйәләр. Мөхәррире – Ихсан Әхтәмйәнов. Тиражы — 11 мең дана.
Балалар өсөн яҙған повесть һәм хикәйәләрем «Батыр яраһыҙ булмай» исемле йыйынтыҡта урын алды. Ул 1992 йылда 10 мең дана тираж менән Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылды. Нәшриәт мөхәррире Динә Талхина кескәйҙәр өсөн яҙған бер оҙон хикәйәмде, айырым китап итеп сығарайыҡ, тип әлеге йыйынтыҡҡа индермәй ҡалдырғайны. Һөҙөмтәлә, ике йылдан һуң «Ҡу­ян күстәнәсе» донъя күрҙе.
Әлеге көндә мин – төрлө телдәрҙә, төрлө илдәрҙә баҫылған илленән ашыу китап авторы.


Әтәй, инәй...
Оҙон-оҙаҡ ижад юлым тыуған ауылымдағы тыуған йортомдан башланды. Тәүге шиғырым ошонда тыуҙы.
Әтәйем Шәйнур Сәлимгәрәй улы – егерменсе йылдар комсомолы, ауылда күмәк хужалыҡ ойоштороусыларҙың береһе, утыҙынсы йылдарҙан алып район һәм республика матбуғатында әүҙем яҙышҡан ауыл хәбәрсеһе ине. Шиғырҙар ҙа яҙғыланы. Гармунда уйнап йырларға ярата тор-ғайны. Унан күреп, мин дә гәзит-журналға яҙыша башланым. Алтынсыла уҡығанда мин инде исеме шаҡтай мәғлүм йәш хәбәрсе инем.
Әтәйем инвалид булғас, инәйем ирҙәр хеҙмәтен дә үҙ елкәһендә күтәрҙе. Утын ҡырҡыу, бесән сабыу кеүек эштәр беҙҙең өҫтә ине. Инәйем бик уңған һәм сая ҡатын булды. Һикһән йәшендә лә минең менән бергә бесән сабып йөрөнө. Әгәр кем дә булһа миндә аҙ-маҙ уңғанлыҡ сифатын күрә икән, быға бары тик инәйем генә ғәйепле: тимәк, күпмелер күләмдә уға оҡшағанмын.
Мин инәйемдең дә, әтәйемдең дә яҡшы сифаттарын үҙемә алыр-ға тырыштым. Уларҙыҡын ғына түгел, яҡын һәм йыраҡ туғандарымдың да, ғөмүмән, бөтә ауылдаштарымдың һәйбәт холоҡ-ҡылыҡтарын үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Белмәйем, нисек килеп сыҡҡандыр, әммә ләкин шуға ынтылдым.
Борай районының Көрйә һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡығанда байтаҡ һөнәргә өйрәндем: мандолинала, гармунда уйнарға, фотоға төшөрөргә, һүрәт яһарға, шиғыр, хикәйә яҙырға... Беренсе повесть, поэма, драмаларым да ошо мәлдә тыуҙы. Үҙемдең ши-ғырҙарыма көйҙәр ҙә сығарып ҡараным. Ә һүрәттәрем менән Берлин халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып бүләк алдым. Әҙәби әҫәрҙәрем район һәм республика матбуғатында баҫылды. Ижади бәйгеләрҙә еңеүсе булдым. Фәрит Иҫәнғолов, Ибраһим Абдуллин, Марат Кәримов, Яҡуп Ҡолмой, Әсхәт Мирзаһитов, Мөкәрәмә Садиҡова, Муса Сиражи кеүек күренекле яҙыусылар миңә хаттар яҙып, кәңәштәр биреп торҙо. Ошондай остаздарыма, уҡытыу-сыларыма һәм туған мәктәбемә рәхмәтем ҙур.

Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!
Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!
Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!
Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!
Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!
Бала саҡ – мәңге иҫтә ҡаласаҡ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: