+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡояш көнө

Бөгөн Халыҡ-ара Ҡояш көнө билдәләнә икән. Ошо айҡанлы был йондоҙ хаҡында иң ҡыҙыҡлы факттарҙы йыйҙыҡ.

Ҡояш көнө
Ҡояш көнө

Байрамдың маҡсаты – кешегә Ҡояш энергияһының Ерҙәге тормоштоң төп элементы булараҡ әһәмиәте тураһында мәғлүмәт биреү. Ҡояш йылыһы һәм яҡтылығы булмаһа, беҙҙең планета боҙло сүллек булыр ине. Йә, атмосфера булмау сәбәпле, йәшәү өсөн яраҡһыҙ бер шар булып ҡына торор ине. Беҙ Ҡояштан оптималь алыҫлыҡта урынлашҡанбыҙ, шуға йәшәү өсөн кәрәкле йылылыҡ һәм яҡтылыҡты кәрәкле күләмдә алабыҙ.

  1. Ҡояш тирәләй 8 планета, 5 кәрлә планета һәм миллиондан ашыу бәләкәй есем (кометалар, астероидтар) әйләнә.
  2. Уның өҫтө ҡаты түгел, ә ҡайнап тора: Ҡояш водород һәм гелий газдарынан ғибәрәт.
  3. Ҡояштың өҫтө фотосфера тип атала, уның температураһы – Цельсий буйынса яҡынса 5 мең 500 градус.
  4. Йондоҙҙоң ядроһы эсендә һәр саҡ ниндәйҙер реакциялар бара. Был Ҡояшты ҡыҙҙыра, шуға ла ул бик күп яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бүлеп сығара.
  5. “Ҡояшта ла таптар бар”, – тигәнде ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Йондоҙҙоң өҫкө йөҙөндә бер аҙ һалҡыныраҡ өлкәләр бар, улар ҡарараҡ күренә.
  6. Беҙ, ғәҙәттә,һүрәттә ҡояшты сағыу һары буяу менән төшөрәбеҙ. Ысынында аҡ төҫтә ул. Ерҙән шулай күренә.
  7. Ҡояш Ерҙән 149 миллион 600 мең саҡрым алыҫлыҡта ята. Уның нурҙары был араны 8 минут эсендә үтә.
  8. Ҡояшты һары кәрлә йондоҙҙар класына индерәләр. Бер нисә миллион йылдан ул ҡыҙыл гигантҡа әйләнәсәк: үҙенә яҡын планеталарҙы йотоп, ике тапҡырға артасаҡ, имеш. Аҙаҡ газ тышсаһын ташлап, Ер ҙурлығындағы аҡ кәрлә йондоҙ ҡаласаҡ.
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: