-4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

4 июнь – Халыҡ-ара бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау көнө

Әммә бесәйҙе үҙеңә уңайлы ваҡытта тотоп, ихтыярына ҡаршы ҡыҫып тороу кәңәш ителмәй...

4 июнь – Халыҡ-ара бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау көнө
4 июнь – Халыҡ-ара бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау көнө

Улар кешеләргә стресс менән көрәшергә ярҙам итә, яңғыҙлыҡтан арындыра, хатта депрессияны дауалай. Бесәйҙәр хужаларының кәйефен аңлай һәм уға яраҡлашырға тырыша. Хайуанҡайҙар йорттарҙы һәм фатирҙарҙы кире энергиянан таҙарта, дауалау көсөнә эйә. Үҙенең йөнлө “табиб”ын ҡосаҡлап, кеше ҡан баҫымын, йөрәк ритмын нормаға килтерә, баш ауыртыуын баҫа. Медицинала “фелинотерапия” тигән йүнәлеш бар икәнен белә инеңме? Бесәйҙәр ярҙамында дауалау тигәнде аңлата ул.

Бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау йолаһын йылдан-йыл күберәк илдәр үҙләштерә. Мәҫәлән, Канадала был көн милли байрам булып тора. 2005 йылдан алып Рәсәй халҡын да битараф ҡалдырмай ул.

Әгәр йорт хайуаны ярһып ҡулдан ысҡынһа, был уның һиңә ҡарата насар мөнәсәбәттә булыуын һәм наҙлылыҡҡа бирелергә теләмәүен аңлатмай. Бесәйҙе ҡосаҡлар өсөн уңайлы ваҡыт һайлау мөһим. Тәүҙә ҡолаҡ артын, арҡаһын, башын һыйпап алырға онотма. Уны үҙеңә уңайлы ваҡытта тотоп, ихтыярына ҡаршы ҡыҫып тороу кәңәш ителмәй. Кешеләрҙең генә түгел, хайуандарҙың да үҙ теләктәре барлығын онотма.

Күпселек бесәйҙәр үҙҙәре лә яратыу, наҙ һорай. Был осраҡта улар хужаның аяҡтарына ышҡыла, тубығына һикерә. Һеҙ ҙә мыраубайығыҙҙың фотоһын ебәрегеҙ әле!

 

 

 

 

4 июнь – Халыҡ-ара бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау көнө
4 июнь – Халыҡ-ара бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау көнө
4 июнь – Халыҡ-ара бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау көнө
4 июнь – Халыҡ-ара бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау көнө
4 июнь – Халыҡ-ара бесәйҙәрҙе ҡосаҡлау көнө
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: