Ул ағаста үҫмәй, тимәк емеш түгел, тиҙәр. Ботаниктар белдереүенсә, ҡарбуз — ул ҙур еләк, ялған еләк. Ҡайһы берәүҙәр уны йәшелсәләргә ҡарай, ти. Нимә генә тип атаһалар ҙа ҡарбузды бик яратабыҙ һәм уның файҙаһы ҙур икәнен беләбеҙ. Тимер, натрий, фосфор, магний, А, В, С витаминдарына бай.
Күптәр ҡарбуз өлгөргән мәлдә көнө буйы уның менән генә туҡланып, диета эшләп ала. Уны һатып алғанда иғтибарлы булырға кәрәк. Яртылаш киҫелгән, һатыу рөхсәт ителмәгән урындарҙан алмағыҙ.
Ҡарбузға күп кенә ҡалаларҙа һәйкәлдәр ҙә ҡуйылған.
Фото: Яндекс.