Уның көҙ айында булыуы осраҡлы түгелдер, сөнки кеше ғүмерен йыл миҙгелдәре менән сағыштырып ҡарайҙар. Көҙ – ул мул уңыш осоро, яҙын, йәйен күп көс түгеп башҡарған эштәрҙең нәтижәләрен барлау ваҡыты. Беҙҙең өлкәндәребеҙ ҙә, күп йылдар буйы төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт итеп, ғүмер көҙөнә ингәс, үткәндәрен барлайҙар, хеҙмәт емештәрен йыялар, хаҡлы ялға сығалар.
Өләсәй – һәр бала өсөн донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Һәр кемгә үҙенеке иң яҡыны, иң матуры. Нәҡ шундай илаһи заттарҙың береһе ул минең өләсәйем Нәзирә Вәлиулла ҡыҙы Дәүләтбаева.
Минең ҡәҙерле өләсәйем 1954 йылдың 8 мартында Ишембай районы Ишәй ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Бала саҡтан уҡ атаһы менән Торатауға барып, еләк йыйып, Һәләүек йылғаһында ҡыҙҙар менән һыу инеп үҫә. Ата-әсәһенә лә ярҙам итә, улар тиҙәктән мейес яғыр өсөн кирбестәр эшләп киптергәндәр. Бик күп мал тотҡандар, йәйен бесән әҙерләгәндәр.
Ишәй ауылы мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына уҡырға сығып китә. Унда олатайым Флүр Ғайса улы менән таныша, бер күреүҙә ғашиҡ була. Улар ҡауышып, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһенә терәк һәм таяныс булып, Фёдоровка районы Яңы Яуыш ауылында йәшәй башлай. Биш балаға ғүмер биреп, ҡурсалап ҡына үҫтерәләр. Әммә ике улы йәшләй гүр эйәһе була. Ҡәҙерле кешеләрем күп юғалтыуҙар кисерһә лә, үҙҙәрендә йәшәү көсө һәм дәрт табып, тормош һынауҙарына бирешмәй донъя көтә. Мал ҡарайҙар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар. Икеһе лә колхозда мал ҡараусы булып эшләне. Шулай тырышып донъя көткәндә ғаиләгә ҡайғы килде. Бер йыл элек олатайыбыҙ вафат булды. Өләсәйем юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе, ҡайғыны эш менән баҫты.
Яҡын кешебеҙ бик тырыш һәм булдыҡлы, бар эшкә лә өлгөрә. Ул тегергә, бәйләргә, сигергә ярата.
Йыр-моңға, бейеүгә бик оҫта минең өләсәйем. Ул «Ағинәйҙәр» төркөмө менән ауылда, районда үткәрелгән һәр бер сарала әүҙем ҡатнаша. «Кәкүк сәйе», «Ҡыҙҙар ҡайта ауылға», «Мәңге иҫтә», «Ҡарға бутҡаһы», һабантуй кеүек байрамдарҙан ситтә ҡалмай.
Өләсәйем янында ҡунаҡта булыу – беҙҙең өсөн ҙур байрам. Ҡасан ғына барһаң да, һағынып, яҡты йөҙ, мул табын менән ҡаршы ала, тәмле ҡаймаҡ, мәтрүшкәле сәй менән һыйлай. Ул хуш еҫле икмәк бешерә, ә бауырһағы телеңде йоторлоҡ.
Өләсәйемә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышам: һауыт-һаба йыуам, саңдарын һөртөп, келәмде таҙартам. Эш бөткәс, тәмләп сәй эсеп, серләшеп алабыҙ. Ул һәр саҡ яҡшылыҡ ҡына ҡылырға өндәй. Беҙгә әйткәндәре – кәңәш тә, һабаҡ та, ярҙам да.
Беҙҙең ҙур ғаиләбеҙҙә бер йола бар: балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәр байрамда өләсәй янына йыйыла. Миңә был бик оҡшай. Өй тулы кеше, бала-саға шау-гөр килә. Тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләп өҫтәл артында ултыралар, хатта урын да етмәй ҡала. Ошондай осрашыуҙарҙа ағайым ҡурайҙа уйнай, апайым гармун тарта, ә өләсәйем матур йырҙар башҡара.
Өләсәйебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Киң күңелле иң яҡын кешебеҙгә киләсәктә сәләмәтлектең ҡоростайын, шатлыҡтарҙың көтмәгәндә килеп һөйөндөргәнен теләйбеҙ. Һиңә булған хөрмәтебеҙҙе, күңелдәге изге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөү мөмкин түгел. Барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, һинең алдыңда баш эйәбеҙ!
Аҡыллы, түҙемле, һөйкөмлө,
Итәғәтле һәм изге күңелле,
Донъяны, тормошто яратҡан,
Аң-белем һәм сафлыҡ таратҡан
Өләсәй, мин һине яратам!
Айгүзәл ЙӘНБИРҘИНА, VI cиныф уҡыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия.