– Мәктәптә уҡығанда уҡ әсәйемә дәфтәр тикшерешә торғайным. Математика дәрестәрен ныҡ яраттым, шуға ла минең алда, уҡырға ҡайҙа барырға, тигән һорау булманы, – ти Сәлиә Сәғит ҡыҙы.
Тыуған ауылында Бөрйән районының Брәтәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Өфөләге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбенә уҡырға бара. Ундағы тәжрибәле, абруйлы педагогтарҙан төплө белем алып, артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай.
Сәлиә Уразаева 30 йылға яҡын мәғариф системаһында эшләй. Балаларға математика, физика фәндәренән белем бирә.
– Һуңғы 9 йылда Белорет районының төпкөл Мәхмүт ауылында эшләнем. Мәктәп директоры Сәлим Нурмөхәмәт улы Асҡаров, урынбаҫары Рәйлә Сәлмән ҡыҙы Иҡсанова, клуб директоры Гөлнур Рәүеф ҡыҙы Асҡарова һәр яҡтан да миңә ярҙам итеп торҙо. Балаларҙы 5 йыл буйына 4 төрлө имтиханға әҙерләнем: физиканан, математиканан XI синыфта – база, профилле Берҙәм дәүләт имтиханы, туғыҙынсыларҙа – Төп дәүләт имтиханы. Уҡыусыларым теүәл фәндәр буйынса ҡала, район конкурстарында, төрлө интернет-олимпиадаларҙа ҡатнашып, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Йыл һайын "Көнгөрә" халыҡ-ара математика конкурсында ҡатнаштыҡ. Мирас Вәлиуллин, Алиса Сәлимова призлы урындар алды. Бер нисә йыл Бөтә донъя "Глобус" олимпиадаһында ҡатнаштыҡ. Азамат Хафизов төбәктә – II, илебеҙҙә VIII урынды яуланы. "Белем" халыҡ-ара олимпиадаһында математиканан Яна Плужникова менән Гүзәл Байегетова I, II дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды. Гагарин кубогына үткән олимпиадаларҙа ла республикала һынатманылар, дипломдар, значоктар алдылар. Ә һөҙөмтәләр килгәс, төҫлө принтерҙан сығарып алып, грамоталар тапшырыу – үҙе бер күңелле тантана. Балаларҙың портфолиоһы тулылана, күңелдәре үҫә, – ти уҡыусылары менән ғорурланып. Рәсәй Космонавтика федерацияһы Сәлиә Сәғит ҡыҙын Почёт грамотаһы менән бүләкләгән.
Эйе, хәҙер интернет заманында төпкөл мәктәп уҡыусыларына ла төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә белемдәрен һынап ҡарарға, уңыштарға өлгәшергә ҙур мөмкинлектәр бар. Әйҙәүсе генә булһын!
– Ауыл ерендә уҡыусылар аҙ булғас, шәхсән эшләргә ваҡыт күп була. Мин дәрестә яңы теманы аңлатам да үҙ аллы эш бирәм. Балалар эшләп торалар, килеп күрһәтеп торалар, шул арала кемдәргә уҡыу ҡыйыныраҡ бирелә, эргәмә саҡырып алам да айырым аңлатам. Тәнәфес ваҡытында ла кем менәндер шөғөлләнергә тырышам. Ял көндәре лә күбеһенсә уҡытыу менән үтә: балалар өйгә шәхси дәрестәргә йөрөй. Интернет аша ла консультациялар үткәрәм, – тип үҙенең эш тәжрибәһе тураһында һөйләүен дауам итә педагог.
– Уҡыусыларға "икеле" лә ҡуйырға тура киләлер инде? – тип һорайым.
– Насар билдәне шунда уҡ журналға ҡуймайым. Тәүҙә – дәфтәргә, шунан – көндәлеккә, төҙәтергә мөмкинлек, ваҡыт бирәм. Өйгә эш өсөн билдәне дәфтәргә генә ҡуям, журналға иһә – көн дә дәрестә эшләгән бәләкәй генә контроль эштәр өсөн, – ти Сәлиә Сәғит ҡыҙы. Бына шулай, һәр уҡытыусының үҙенең ҡағиҙәләре булалыр инде.
– Уҡыусы күңеленә нисек юл табырға һуң? – тип тә ҡыҙыҡһынам.
– Кешегә ниндәй мөнәсәбәттә булһаң, ул да һиңә шулай ҡарай, тигән девиз менән йәшәйем. Шуға бүтәндәргә асыҡ йөҙ менән, йылмайып ҡарап һөйләшәм, вәғәҙә иткәнде үтәргә тырышам. Уҡыусыла саҡ ҡына алға ынтылыш бар икән, ҡупайтып, маҡтап ебәрәм. Балаларға ҡат-ҡат булһа ла белмәгәндәрен аңлатырға тырышам. Әгәр ҙә улар теманы аңлаһа, был миңә ҙур ҡыуаныс килтерә. Уҡыусыларымдың аңлағандарына һөйөнәм, кемуҙарҙан мәсьәләләр, миҫалдар сисеп ултырыуы миңә кинәнес бирә. Бөтәһе лә баланың үҙенән тора. Әгәр теләге булһа, әллә ниндәй бейеклектәргә күтәрелә ала. Хәҙерге ваҡытта эшкә урынлашҡанда белемең тураһындағы документҡа ныҡ ҡарайҙар. Шуға күрә ихлас итеп, күңелеңде биреп, аңлы рәүештә белем алырға кәрәк. Уҡығанда ҡыйын булһа ла, шул белемең менән һынауҙарҙы биреүе еңел буласаҡ.
– Уҡытыусыларға ла теләктәрегеҙ барҙыр...
– Хәҙерге заман уҡытыусыларына талаптар юғары, бер туҡтауһыҙ отчёт бирергә лә, сараларҙа ҡатнашырға ла, уҡыусыларҙы олимпиадаларға ла әҙерләргә, 40 минут ҡына ваҡыт эсендә теманы һәр балаға аңлатып өлгөрөргә лә кәрәк. Уҡытыусылар мәктәпкә килгән бәләкәй генә балаларҙы оло тормош юлына әҙерләй. Ошо ҡатмарлы эштәрендә уларға бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, рәхмәтле балалар һәм ярҙам ҡулы һуҙып торған ата-әсәләр теләр инем.
Сәлиә Уразаева быйыл Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Инфодәрес менән мультидәрес проекттарында сайттары бар. Унда үҙе тураһында мәғлүмәт бирә, дәрестәренең, үткәргән сараларының алымдарын, өлгөләрен баҫтыра. Быйылдан тыуған районының Яңы Собханғол мәктәбендә эшләй башланы. Яңы уҡыусыларына ла теүәл фәндәрҙән төплө белем биреп, киләсәккә юлдарын асыр әле. Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.