+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
29 Декабрь 2017, 18:41

Ҡайҙа һәм нисек?

Һәр илдә яңы йылды төрлөсә ҡаршылайҙар. Был халыҡтарҙың борондан һаҡланып килгән йолаларына ла бәйләнгән.

Һәр илдә яңы йылды төрлөсә ҡаршылайҙар. Был халыҡтарҙың борондан һаҡланып килгән йолаларына ла бәйләнгән.
Кубала Яңы йыл алдынан өйҙәге бөтә һауыт-һабаларҙы һыу менән тултыралар. Төн уртаһы еттеме, уны тәҙрә аша түгә башлайҙар. Шулай итеп, кешеләр бер-береһен байрам менән ҡотлай, һыу кеүек, таҙа, аҡ һәм пак булыуын теләй.
Испанияла яңы йыл төнөндә виноград ашау йолаһы бар. Сәғәт һуҡҡанда 12-не ашап өлгөрһәң, йыл яҡшы киләсәк.
Бәхетле булам тиһәң, Австрияла сусҡа башының йәки морононоң өлөшөн ашарға тура киләсәк.
Италияла иҫке йылдың һуңғы минуттарында ярылған һауыт-һаба, иҫке кейем-һалым, хатта йорт йыһаздарын ташлау ғәҙәткә ингән. Уның артынса бенгаль уттары яндырыла, шартлатҡыстар оса. Яңы йыл төнөндә иҫке әйбер­ҙәрҙе ырғытһаң, киләһе йыл яңыһын алырһың, тигән ырымға ышаныу бар. Балалар тылсымсы Бефанды көтөп ала. Ул үҙенең һеперткеһендә осоп килеп, торба аша өйгә инеп, бүләктәр ҡалдыра икән.
Панамала яңы йыл башланған ғына төндә ҡыңғырауҙар бөтә көсөнә сыңлай, автомобилдәр пипелдәй. Балалар, өлкәндәр бар көсөнә ҡысҡырып, нимә тура килә, шуның менән туҡылдай. Бында яңы йылды шулай ҡаршылау йолаһы йәшәй.
Румынияла кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙар ҡоҙоҡ эргәһенә килеп, шәм яндырып, аҫҡа ҡарай. Һыу өҫтөндә буласаҡ тормош иптәшенең һүрәте күренә, тип иҫәпләнә. Яңы йыл өҫтәленә бәлештәрҙе төрлө сюрприздар менән бешереү ғәҙәткә әйләнгән. Уның эсендә аҡса тапҡан кешегә бәхет киләсәк.
Яңылыш ҡына Скандинавияға барып эләгергә тура килһә, Яңы йылдың тәүге секундында өҫтәл аҫтында сусҡа һымаҡ мырҡылдарға тура килер. Был ғаиләнән ауырыуҙар, уңышһыҙлыҡтар, ен-шайтандарҙы ҡыуа, тип ышаналар.
Шотландияла байрамды сыраҡтар парады менән үҙенсәлекле итеп ҡаршылайҙар: дегетле мискәләрҙе яндыралар, уларҙы урам буйлап этеп алып китәләр. Шулай итеп, иҫке йылды оҙатып, яңыһына юл күрһәтеп баралар. Өр-яңы йылда кем өйгә иң беренсе инә, хужаларҙың бай, муллығына ишаралай. Әгәр ҙә ҡара сәсле ир-егет бүләк менән килһә, бигерәк тә яҡшы, бәхет килтерә.
Яңы йыл Японияла – иң киң таралған байрамдарҙың береһе. Уңыш һәм һаулыҡ алып килһен, тип балалар уны яңы кейемдә ҡаршы ала. Байрам төнөндә уй-хыялдары төшөрөлгән һүрәтте мендәр аҫтына һалалар, шулай ит­һәң, теләгең мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, тиҙәр. Йылдың башланған тәүге секундында ныҡ итеп көлһәң, йыл буйына бәхет урап үтмәйәсәк. Ә инде иртәнсәк улар ҡояш ҡалҡыуын ҡаршыларға сығып, бер-береһен ҡотлай, бүләктәр бирә.
Читайте нас: