Донъяла күп туристарҙы йәлеп иткән ғәҙәти булмаған таштар бихисап. Шундайҙарҙың береһе – Сәғүд Ғәрәбстанында. Нимәһе менән кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырамы? Әл-Насләә ташындағы ярыҡтың тип-тигеҙ ҡырҡылыуына һаман аптырайҙар. Кем эшләгән һуң? Боронғо цивилизация вәкилдәреме? Ул ваҡытта нисек шулай тигеҙ киҫә алдылар икән? Әлеге замандағы шикелле ҡоралдары ла булмаған. Әллә Тәбиғәттең ҡөҙрәтеме? Һорауҙарға яуап юҡ.
Таштың ике өлөшө лә ҙур булмаған нигеҙгә береккән. Хайуандар һүрәте төшөрөлөүе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ғалимдар фекеренсә, әлеге тигеҙ ҡырҡылған ташҡа әллә нисәмә мең йылдар самаһы.
Икенсе бер ғәжәйеп таш – Японияның ҙур булмаған Такасаго ҡалаһында. Уның ауырлығы – 600 тоннаға яҡын. Әлеге Иши-но-Ходен ташын «Осоусы таш» тип тә йөрөтәләр. Ул ниндәйҙер төҙөлөштөң өлөшө булып китергә тейеш булған да, ниңәлер эшләнеп бөтөлмәгән. Тауҙың өлөшөнә билдәһеҙ оҫталар форма биргән. Япон белгестәре хәҙерге заман технологияларын ҡулланып, уны һәр яҡлап өйрәнеп ҡараған, тик йәшен билдәләй алмаған. Эшкәрткән ҡоралдарҙың эҙе лә табылмаған.
Тағы ла бер гранит таш Перулағы Апуримак йылғаһы ярында тора. Уның оҙонлоғо – 4 метр. Өҫтөнә боронғо ҡала рәсеме ҡырҡып эшләнгән. Был ҡалала таш өйҙәр, дини урындар, майҙансыҡтар, юлдар ҙа бар. Йәше – күп мең йылдар. Боронғо оҫталар нисек эшләй алған һуң? Етмәһә, бик ҡаты тау тоҡомо булараҡ, гранит менән эшләүе еңелдән түгел. Бәләкәй генә өлөштәр нисек ҡырҡылғандыр. Махсус ҡоралдар ҙа кәрәк бит. Тимәк, улар ошо осорҙа уҡ булғанмы? Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: был Сайвит ташындағы ҡалала баҫыуҙы һуғарыусы каналдар һәм бысраҡ аҡһын өсөн йырындар ҙа бар. Ямғыр яуһа, улар эшләй башлай. Таштағы ҡала кем тарафынан эшләнгәне билдәһеҙ. Әлеге көндә Перулағы Сайвит ташы – туристарҙың иң яратҡан урындарының береһе.
Ҡаҙағстандағы Жумбактас та серлелеге менән күптәрҙе үҙенә тарта. Ул Әүлиә күле өҫтөнән ҡарап торғандай. Был ташҡа бәйле легенда ла йәшәп килә. Элекке ваҡытта ҡаҙаҡ байының ҡыҙы булған. Ул бик матур, аҡыллы ла икән. Шуға ла хөрмәтле, бай кешеләр күп һоратып килгән. Ҡыҙҙың уларҙың береһенә лә күңеле ятмаған, ул төҫкә-башҡа матур, шағир һәм йырсы булған ярлы егетте яратҡан. Йәштәр ҡыҙҙың туғандарының ризалығын ала алмаясағын аңлаған. Шуға күрә икәүләп ҡасырға булғандар. Бына аттарға ултырып тыуған төйәктәренән дә сыҡҡандар. Бөтәһе лә яҡшы барған кеүек. Тик ғашиҡтар Әүлиә күлен кәмәлә сығып барғанда ағалары ҡыуып еткән. Уларҙың береһе егетте уҡ менән атып үлтергән. Уныһы кәмәнән йығылып, һыу төбөнә киткән. Быны күргән ҡыҙ үкһеп илап, һөйгәне эргәһендә ҡалыуҙы үтенеп, Аллаһы Тәғәләнән уны ташҡа әйләндереүен һораған. Үтенесе ҡабул булған. Шунан башлап Әүлиә күле уртаһында өҫтән Жумбактас ҡаяһы ҡарай, тиҙәр.
Бына ниндәй серле, ғәжәйеп таштар бар. Ә һеҙ, дуҫтар, үҙегеҙҙең яҡта ниндәйҙәрҙе осратҡанығыҙ булды? Ҡыҙыҡлылар осраһа, беҙгә лә хәбәр итегеҙ.