+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
10 Февраль 2021, 16:56

Быяла нисек барлыҡҡа килгән?

Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, һеҙ мәктәптән ҡайтыуығыҙға йортоғоҙҙоң тәҙрәләре юҡҡа сыҡҡан, ти.

Быяланан эшләнгән һауыт-һаба ла күренмәй. Көҙгө лә әллә ҡайҙа булған. Ана шул быяла ваҡытында уйлап табылмаһа, әлеге көнкүрештә ҡулланған файҙалы йыһаздарыбыҙ булмаҫ ине. Ҡасан, кем уйлап тапҡан һуң уны?
Быяла тәбиғәттә кешегә тиклем булған. Уны вулкандан сыҡҡан, башта ҡыҙған, унан һуң һыуынған лаванан барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Әлеге тәбиғи быяла обсидиан тип атала. Әммә уны тәрәҙә өсөн ҡулланып булмай. Сөнки тәбиғиһе ғәҙәтиһенән ныҡ айырыла, уның аша бер нимә лә күренмәй, йәғни үтә күренмәле түгел, тоноҡ була.
Беренсе быяла Мысырҙа эшләнгән. Әммә уны яһағанда ҡулланыла торған ҡом бик таҙа булмағас, ул йәшкелт-зәңгәр төҫтә килеп сыҡҡан. Ваҡыт үтеү менән ҡомдо таҙартырға өйрәнәләр һәм быяла үтә күренмәлегә әйләнә. Тәүҙә мунсаҡ (биҙәнеү әйбере) урынына ҡулланғандар, ә һуңғараҡ һауыт-һаба эшләй башлағандар. XIII быуатта Шәреҡҡә Венециянан килгән шымсылар быяла яһау серен үҙләштереп ҡайтып китә. Шунан һуң үҙҙәрендә был эшкә тотоналар. Күп йылдар уҙғас, сеймалға махсус состав – амальгама ҡушып, көҙгө эшләргә өйрәнәләр. 1634 йылда Мәскәүҙә лә беренсе быяла заводы асыла.
Фото: pxhere.com
Читайте нас: