Был "мөғжизәләр" экранда тәбиғи күренһен өсөн кинематографистарға "ҡатнаш фильм" алымын ҡулланырға тура килә. Төшөрөүҙең ябайлаштырылған төрө стоп-кадр тип атала. Уны уйнаусының кадрҙа көтөлмәгәндә килеп сығыуын йәки юғалыуын һүрәтләгәндә ҡулланалар. Йәғни камераны бер аҙға һүндерәләр ҙә шул ваҡытта актёр кадрҙан сыға йәки, киреһенсә, шунда инә. Һуңынан аппаратты яңынан тоҡандырып, фильм төшөрөүҙе дауам итәләр. Ә бына "перспективалы берләштереү" тип йөрөтөлгән алым бик киң сағылған. Нисек була һуң ул? Ике уйнаусыны төрлө алыҫлыҡҡа ҡуйһаң, береһе икенсеһенең ҡул усында йөрөй икән, тип күрергә мөмкин. Уны йыш ҡына әкиәттәрҙә ҡулланалар.
Ә бына фәнни-фантастик фильм төшөргәндә рирпроекция тигәне отошло. Уныһы тағы ла нимә инде, тиерһегеҙ? Актёрҙы алдан әҙерләнгән хәрәкәт итеүсе махсус экран фонында төшөрәләр. Бындай ысул менән уны вулкан ауыҙы буйлап йәки диңгеҙ төбөндә йөҙгәнен күрергә мөмкин. Алым фантастик йәки мажаралы фильмдарҙы эшләгәндә генә ҡулланылмай, ә махсус төрҙәр ярҙамында режиссёр геройҙы нисек итеп күргеһе килә, шулай итеп төшөрә ала. Айырыуса, ауыр, буталсыҡ эпизодтарҙы һүрәтләгәндә. Тағы ла бер серҙе асайыҡ әле, мәҫәлән, камера быялаһына пуля тишеге төшөрөлгән яһалма әйбер йәбештереү. Шуның ярҙамында артистарҙы, ысынлап та, ҡапма-ҡаршы атышып йөрөй икән, тип уйларға була.