+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
4 Март 2021, 15:20

Телдәр иле

Донъяла иң киң таралған тел – ҡытай теле, 1 миллиардтан артыҡ кеше һөйләшә.

Ә иң боронғоһо- йәнә Ҡытайҙыҡы.
Күп терминдар һәм һүҙҙәр ҡайһы телдән алынған? Инглиз – ул терминдар теле булып һанала: гаджет, компьютер, телефон һәм башҡалар.
Күп телдәрҙә лә бер төрлө яңғырай торған ике һүҙ – мама, папа.
Бөтә алфавиттарҙа булған хәреф – "А".
Иң боронғо хәреф ­– "О".
Ә нисә илдә инглиз теле дәүләт теле булып һанала – 53 илдә.
Уильям Шекспир нисә һүҙ белгән? 24 мең һүҙ, шуның 1700-һен үҙе уйлап сығарған.
Ҡайһы телде уҡытыусынан башҡа үҙ аллы ғына өйрәнеп булмай – япондыҡын.
Иң еңеле финдыҡы икән, унда һүҙҙәр нисек ишетелә, шулай яҙыла.
Камбоджа алфавиты иң оҙоно – 74 хәрефтән тора, ә иң ҡыҫҡаһы Тымыҡ океан буйҙарында урынлашҡан Бугенвиль утрауында йәшәүсе халыҡтарҙыҡы икән – 12 генә хәреф.
Фото: poisknews.ru
Читайте нас: