Әгәр ҙә күҙҙәр кешенең күңел көҙгөһө булһа, ҡолаҡтарҙы тирә-яҡ мөхиткә ишек тип атарға мөмкин. Борон беҙҙең ата-бабалар төндәрҙә күҙгә күренмәгән хәүефте шылт иткән тауыштар буйынса ла билдәләргә тырышҡан. Кеше, үҙе ҡарамаһа ла, төрлө яҡтан килгән мәғлүмәтте, антенна һымаҡ, ҡолаҡтары аша ҡабул итә. Шуға ла уның формаһы, ҙурлығы шәхестең төрлө яҡтарын асып бирә.
Әгәр кешенең ҡолаҡ йәберсәге (мочка) оҙон икән, ғүмере лә оҙон була. Ә ҡолағында ҡыҙыл миң дә булһа, ул инде мотлаҡ йөҙ йәште лә үтеп китәсәк. (Миҫал – артист Владимир Этуш.)
Өҫкә табан осло булған һәм бер аҙ тырпайған ҡолаҡтар кешенең үҙ һүҙле, ҡаты характерлығы хаҡында һөйләй. Уларҙан бөтә нәмәне лә көтөргә мөмкин: аҡыллы, әммә мәкерле, тик үҙҙәренең шәхси мәнфәғәттәре буйынса ғына эш итә. Боронғо рәссамдарҙың һәр төрлө ҡан эскестәрҙе (вампирҙарҙы) һәм сихырсыларҙы шундай «өсмөйөшлө» ҡолаҡтар менән төшөрөүе лә юҡҡа түгел. Төлкөнөкөнә оҡшаған бындай ҡолаҡлы кешеләр башта эшләй, шунан һуң ғына уйлай, һөҙөмтәлә, йыш ҡына шәхси тормошта уңышһыҙлыҡҡа осрай. Ғәҙәттә, улар физик яҡтан сыныҡҡан булалар. (Миҫал – Лив Тайлер.)
Әгәр ҡолаҡтың өҫ яғы ҡаш кимәленән өҫтәрәк булһа, был кеше юғары интеллектҡа эйә тигән һүҙ. Улар киң билдәлелек йәки финанс яғынан уңыш яуларға мөмкин. Әгәр ҡолаҡтың өҫ яғы күҙҙән юғарыраҡ икән, ундайҙар ҙа иҫ киткес үк булмаһа ла, етеш тормошта йәшәүгә өлгәшәсәк. Бөйөктәрҙең ҡолаҡ япраҡтары киң, йоҡаҡ була һәм тырпайып тормай. Әгәр ҡолаҡ йәберсәге бик оҙон икән, ул кешенең аҡыл эйәһе булыуына ишаралай. Мәҫәлән, Будданың ҡолағын юҡҡа ғына яурынына хәтлем төшөрөп һүрәтләмәйҙәр. Ҡытай физиогномистары оҙон йәберсәкле кешеләр тормошта күп нәмәгә өлгәшә тип иҫәпләй. (Миҫалдарҙы күп табырға мөмкин.)
Ҡарпыш ҡолаҡлы кешеләр бүтәндәрҙең фекеренә буйһонмай, тирә-яҡтағыларға иғтибар итмәй. Был уларға башҡалар менән аралашыуҙа проблемалар тыуҙыра. Әгәр күберәк һул ҡолағы тырпайып торһа, ундайҙар шәхси тормоштарында бойондороҡһоҙораҡ була. Ә инде күберәк тырпайһа, эшлекле, йәмғиәт тормошонда үҙаллылыҡ күрһәтә.
Әгәр йәберсәк башҡа тейә яҙып торһа, ундай кешеләр йәмғиәт тәртибенә һәм ҡағиҙәләргә буйһоноусан була. Күпселектең нимә уйлағанын яҡшы беләләр, шуға башҡаларҙан бик үк айырылып тормайҙар. Дөйөм мәнфәғәттәрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе белеүе маркетинг өлкәһендә бик ҡиммәтле сифат булыуы мөмкин.
Әгәр ҡолаҡтың аҫҡы өлөшө генә тырпайып торһа, ундай кешеләр дипломатик һәләткә эйә. Улар ике яҡтың да проблемаларын күрә һәм аңлай белә, шуға ла алтын урталыҡты һайлай ала.
Йомрораҡ, ҡаты, тулы һәм башҡа һылашыбыраҡ торған, күҙҙән өҫтәрәк урынлашҡан ҡолаҡлы кешеләр тормошта уңышлы карьера яһай.
Ҡолаҡтың тышҡы өлөшө артҡа ҡараһа, ә уртаһы тырпайып торһа, ундай кешеләр һәр ваҡыт ауыр эшкә дусар була. Уларға ситтән бер ниндәй ҙә ярҙам килмәй, ҙур аҡса эшләй алмайҙар.
Ҡолаҡтың тышҡы өлөшө бик бәләкәй булып, алдан ҡарағанда бөтөнләй тиерлек күренмәһә, ундайҙар яраҡлаша белә, власть органдарында юғары урындар биләүе ихтимал.
Ҡолаҡтың өҫ яғы бәләкәй булып, ҡаштан юғарыраҡ урынлашһа, бындай кешеләр киң билдәлелек алырға мөмкин, өлкән йәшкә еткәнсе тормошо ал да гөл буласаҡ, тик үҙенән һуң нәҫел ҡалдырыуы икеле.
Ҡолаҡтар ҡаты булып, күҙҙәр кимәленән юғарыраҡ һәм башҡа яҡын икән, ундай кешеләр изгелекле булыуы менән айырылып тора, байыу һәм уларға бөйөк дан килә.
...Әлбиттә, бындай һынамыштарҙы һәр кем үҙенә ҡанун итеп ҡарарға тейеш түгелдер. Ә шулай ҙа уйланырға урын барҙыр.
А. МӘҺӘҘИЕВ.