+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
21 Июль 2023, 19:00

Бер шахмат таҡтаһына нисә бөртөк бойҙай һыя?

20 июль Халыҡ-ара шахмат көнө итеп билдәләнә. Был уйынды уйлап сығарыусы кеше хаҡында бик ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта, математик яҡтан ҡарағанда, ифрат та етди бер риүәйәт бар. Шахматты беҙҙең эраға тиклем йәшәгән Һиндостан математигы уйлап сығарған, имеш. Чатуранга тип аталған. Был уйын батшаға бик ныҡ оҡшап ҡалғас, шул кешене саҡыртып алып, үҙен бүләкләргә булғандар.

– Уйлап сығарған шул нәмәң өсөн күпме теләйһең? Тартынмайынса әйт, – ти икән батша.

Ә теге кеше:

– Хөрмәтле раджа әфәнде, миңә күпмелер бойҙай бирһәң, шул етер, – тигән.

– Әйҙә, йәнең теләгәнсе ал, мин – бай! – тигән батша.

Уйлап табыусы хәйләкәр ҙә булған, күрәһең.

– Миңә бына ошо шахмат таҡтаһының бер шаҡмағына – бер, икенсеһенә – ике, өсөнсөһөнә – дүрт, киләһе шаҡмағына һигеҙ бөртөк бойҙай һанап һалығыҙ. Артабан да шулай һәр береһенә уның һанын ике мәртәбәгә арттыра барып, ошо таҡтаның бөтә шаҡмағын тултырһағыҙ, ана шул етер ҙә, – тигән ул.

Ғәйәт тыйнаҡ, әҙәпле был кешегә батша аптыраған һәм хеҙмәтселәренә:

– Ул һораған бойҙай бөртөктәрен һанап, янсығына һалып бирегеҙ, – тип бойорған.

Хеҙмәтселәре батшалыҡтың бойҙай һаҡланған келәтенә инеп киткән. Кискә ҡарай ғына улар батша янына кире килгән.

– Ниңә улай оҙаҡ бызмырланығыҙ? – тип әрләнгәндәр.

Хеҙмәтселәр:

– Хөрмәтле раджа, ғәфү итегеҙ. Был кеше һораған ҡәҙәр бойҙай һеҙҙең келәттә генә түгел, ә бөтә батшалыҡта ла юҡ, – тип яуаплаған.

– Нисек инде юҡ? – тип асыулана башлаған батша.

– Ысынлап та шулай. Бөтә Ер йөҙөндә барлыҡ урмандарҙы киҫеп, океандарҙы киптереп, сәсеүлеккә әйләндергән хәлдә лә, шуныса игенде үҫтереп алыу мөмкин түгел, – тип аҡланған хеҙмәтселәр.

Батша ныҡ аптыраған. Ысынлап та, хәҙерге ғалим-математиктар иҫәпләүенә ярашлы, шуныса бойҙайҙы йөк вагондарына тейәп, бер-береһенә теҙеп таҡҡан хәлдә, бындай составтың оҙонлоғо Ер шарын бер нисә мәртәбә уратып ҡуйырлыҡ булыр ине…

Ҡәҙерле уҡыусылар, бына ошо хаҡта уҡығас, барығыҙ ҙа мәктәптә үткән геометрик прогрессия тураһында һүҙ барғанын аңлағанһығыҙҙыр, моғайын.

 

Кем отолор?

Ә хәҙер, балалар, һеҙҙең ҡарамаҡҡа тағы бер ябай ғына мәсьәлә бирмәк булдым. Йәйге каникул булыуға ҡарамаҫтан, ҡулығыҙға калькулятор алып, уны сисеп ҡарағыҙ әле. Һеҙҙең өсөн был бер нисә минутлыҡ ҡына эш инде.
Бер егет бизнесменға эшкә яллана.
– Айына күпме аҡса алырға йыйынаһың? – тип һорай унан хужа.
– Миңә күп кәрәкмәй. Әммә көнлөк эш хаҡын көн дә түләп барыу шарты менән килешеү төҙөргә тәҡдим итәм. Икенсе бер теләгем дә бар: бер ай тулмай тороп, мине эштән бушатмайһығыҙ, – тигән егет.
– Ә көнөнә күпме түләүемде теләр инең?
– Тәүге көн өсөн миңә 1 тин етә. Һум түгел! Икенсе көн – 2, өсөнсөһөнә – 4, дүртенсеһенә – 8, ә бишенсеһенә – 16 тин. Артабан да көн һайын, алдағы көндәгенән ике мәртәбәгә арттырып, бер ай тулғансы түләп торһағыҙ, мин шунан ҡәнәғәт булырмын.
Бизнесмен был егеттең бик аҙ ғы­на эш хаҡы һорауына хатта ҡыуанған да икән. Ҡуш ҡуллап үҙен эшкә ал­ған.
Ысынлап та, ҡыуанырлыҡмы? Әй­ҙәгеҙ, был егеттең бер айлыҡ эш хаҡын иҫәпләп ҡарайыҡ. Күпме аҡса йыйылыр?
Әлбиттә, улар хеҙмәт килешеүе төҙөй. Уның ике яҡ өсөн дә отошло булыуы хаҡында әйтеүселәр ҙә булыр, тип ышанам. Белешмә өсөн: хәҙерге ваҡытта «тинлек» төшөнсәһе юҡ тиерлек. Әммә 1 һумда 100 тин булыуы хаҡында онотмайыҡ.
Мәсьә­ләне бергәләп сисәйек. Эш биреүсенең егеткә көнөнә түләгән аҡсаһын иҫәпләп сыҡһаң, эш хаҡы 25-се көндән алып йөҙәр меңдән ашып китә. Ә 28 – 30-сы көндәрҙә ул миллионлап була!
1-се көн – 1 тин,
2-се көн – 2 тин,
3-сө көн – 4 тин,
4-се көн – 8 тин,
5-се көн – 16 тин,
6-сы көн – 32 тин,
7-се көн – 64 тин,
8-се көн – 1 һум 28 тин,
9-сы көн – 2 һум 56 тин,
10-сы көн – 5 һум 12 тин,
11-се көн – 10 һум 24 тин,
12-се көн – 20 һум 48 тин,
13-сө көн – 40 һум 96 тин,
14-се көн – 81 һум 92 тин,
15-се көн – 163 һум 84 тин,
16-сы көн – 327 һум 68 тин,
17-се көн – 655 һум 36 тин,
18-се көн – 1310 һум 72 тин,
19-сы көн – 2621 һум 44 тин,
20-се көн – 5242 һум 88 тин,
21-се көн – 10485 һум 76 тин,
22-се көн – 20971 һум 52 тин,
23-сө көн – 41943 һум 04 тин,
24-се көн – 83886 һум 08 тин,
25-се көн – 167772 һум 16 тин,
26-сы көн – 335544 һум 32 тин,
27-се көн – 671088 һум 64 тин.
28-се көн – 1 миллион 342177 һум 28 тин!
29-сы көн – 2 миллион 684354 һум 56 тин!
30-сы көн – 5 миллион 368709 һум 12 тин!
Бер айлыҡ эш хаҡы 9 миллион һумдан да ашып китәсәк!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.

Фото: tavika.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: