-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
16 Декабрь 2023, 11:00

Кескәйҙәр һөйләшә

Телетапшырыуҙарҙың береһендә балалар баҡсаһынан ҡайтып, әсәһе менән һөйләшеп ултырған 5 – 6 йәштәрҙәге ҡыҙҙы күрһәткәйнеләр. «Әсәй, миңә садикта бер малай, «любимая», тип әйтте», – тип ошаҡлаша ул. Кәйефе төшөнкө.

Кескәйҙәр һөйләшә
Кескәйҙәр һөйләшә

 «Ә һин уға нимә тип яуап бирҙең?» – тип һорай әсәһе. Ҡыҙ тағы ла нығыраҡ асыулы тауыш менән: «Мин уға: «Я – не любимая! Ты сам – любимый!» – тип әйттем. Бәләкәстәрҙең ана шундайыраҡ мәҙәктәрен элек-электән һәр саҡ хәтерләп ҡалырға ғәҙәтләнгәнмен.

«Юламай!»
Минең Юлай исемле ағайым бар. Хә­ҙер оло кеше инде ул. Әсәйем уның ошон­дай бер ҡыҙығын һөйләгәне хәтеремдә: «Юлай бәләкәй сағында берәй нәмәгә ныҡ үпкәләһә, уны бер нисек тә әүрәтеп булмай торғайны. Ни әйтһәң дә – тик ки­реһен генә эшләй. «Юлай, Юлай, бәпәйем», – тип уға матур итеп өндәшеп, йы­уата башлаһаң: «Юламай, юламай!» – тип яуап бирә ине. Хатта исеменең дә ҡапма-ҡаршыһын әйтергә кәрәк булған уға…
«Кеше ни өсөн йәшәүҙән туҡтай?»
Өлкән улым Салауатҡа алты-ете йәштәр самаһы ине. Үҙем, табип булараҡ, йөрәк тибеше хаҡында аңлатып, уға беләктәге пульсты һанарға өйрәттем. Башта ул өс йәшлек Азат ҡустыһын үҙенсә тикшерҙе – «туҡһан ике» (бәләкәстәрҙең пульсы ололарҙыҡынан күпкә йышыраҡ була)… Унан үҙенекен иҫәпләп ҡарай – «һикһән»… Минең пульсымды «алтмыш дүрт» тип һанағас, ошолай һығымта яһап ҡуйҙы: «Атай, мин хәҙер ни өсөн кеше үлә икәнлеген аңланым: һәр кем үҫкән, олоғайған һайын уның йөрәк тибеше әк­ренәйә, һирәгәйә барып, бер заман бөтөнләйгә тыма. Шунан кеше йәшәүҙән дә туҡтай…»
«Миңә ун йәш тулды бит!»
Элегерәк бер туғаным ғаиләһе менән поезға ултырып, икенсе ҡалаға барған. Үҙҙәренә – тулы, ә бер-ике көн элек ке­нә ун йәше тулған Әхмәт исемле улдарына, уны-быны уйлап тормай, ярты хаҡ­ҡа балалар билеты алғандар. Инде ун йәштән уҙған балаларға тулыһынса түләргә кәрәклеген белмәгәндәр. Вагон ҡараусы тикшереп йөрөй икән. Ул: «Ә был балаға ун йәш тулмағанмы?» – тип һораған. Ҡаушап ҡалған әсә: «Юҡ… тулмаған әле», – тип яуаплаған. Вагон ҡараусы: «Ярай», – тип китә башлағас, зи­рәк Әхмәт сәме килеп: «Миңә егерме би­шенсе майҙа ун йәш тулды бит!» – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме! Туғандарым кө­лөшә-көлөшә, ҡалған ярты хаҡын түләп, вагон ҡараусынан тулы билет алған.
Бала йәшермәй һөйләй…
Алты йәшлек ейәнсәрем Әлисә ҡарт­әсәһе менән «Магнит» магазинына ингән. Рәүилә инәйгә ҡунаҡҡа барыр алдынан күстәнәскә кәнфит-маҙар алырға булғандар. Ҡартәсәһе был баланы етәкләп, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, витри­наны ҡарап йөрөй икән: «Шоколад алайым тиһәм, ҡиммәт килеп тороп. Яҡын да барырлыҡ түгел бит: килоһы – биш йөҙ ҙә алты йөҙ һум! Әй, ҡана, лутсы сәй-мәй, әфлисун, лимондар ғына алайым, файҙалы ла булыр…» Кискә ҡарай Рәүилә инәйҙәргә барғас, хужабикә уларҙы ҡунаҡ итә, сәй менән һыйлай. Һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәй. Шул мәл кескәй Әлисә: «Рәүилә инәй, бая беҙ һиңә күстәнәс алырға тип магазинға ингәйнек. Ҡартәсәйем башта һиңә шикалат алырға теләгәйне. Тик ул ныҡ ҡиммәт, яҡын барырлыҡ түгел: килоһы – биш йөҙ ҙә алты йөҙ һум…» – тип һөйләп алып китмәһенме!.. Ҡартәсәһе менән Рәүилә инәй рәхәтләнеп көлөшөп ала.
«Помидор йәшелсә түгел»
Бер мәл Әлисә менән файҙалы үҫемлектәр тураһында һөйләшәбеҙ. Еләк-емештәрҙе һанап бөткәс: «Ә хәҙер йәшелсәләрҙе һанап сығайыҡ», – тинем. Берәмләп уларҙың исемдәрен әйтәм, ә ейәнсәрем үҙенсә минең һүҙҙәремде асыҡлап, хуплап бара. «Һуған…» «Эйе, ҡартатай, һуған йәшел, ибет!» «Ҡыяр» «Эйе, ҡыяр ҙа йәшел!» «Кишер…» «Уның да һабағы йәшел, ибет!» «Помидор…» «Уның да һабағы… Әй, ҡартатай, помидор йәшелсә түгел – ҡыҙылса бит!..»
Боксёр грушаһы
Баштараҡ иҫкә алған Салауат улым үҫеп етеп, үҙе атай булды инде. Хәҙер Сафия исемле ҡыҙы бар. Ете йәшлек был ейәнсәрем йомаҡ әйтешергә ярата. Мин уға урыҫ телендә ошолай яңғыраған йомаҡты әйттем: «Висит груша, нельзя скушать». Уның электр лампаһы икәнлеген һәр бала белә. Сафиянан да тап ана шул яуапты көтөп ултырам. Әммә ул ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ уйлап алды ла: «Боксёр грушаһы!» – тимәһәнме! Атаһы Салауат буш ваҡытында бокс менән шөғөлләнә. Өй бүлмәләренең береһенең түбәһендә ул төрткөслөй торған күн тышлы груша ла эленеп тора…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: