+1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
16 Ғинуар , 17:00

Кеше йоҡламай нисә көн йөрөй ала?

Иң билдәле тәжрибә 1964 йылда үткәрелә.

Кеше йоҡламай нисә көн йөрөй ала?
Кеше йоҡламай нисә көн йөрөй ала?

Калифорниянан ун ете йәшлек Рэнди Гарднер 264 сәғәт, йәғни 11 көн уяу була. Бының менән йоҡламауҙың кешегә бер нисек тә йоғонто яһамауын иҫбатларға теләйҙәр. Тик был дөрөҫмө һуң? Юҡ, әлбиттә.

Гарднер үҙе һәм уны күҙәткән табип ниндәйҙер психик һәм физик үҙгәреш булмауын раҫлай. Эксперимент тамамланыр алдынан йәш кеше хатта пинг-понг уйнай һәм дәғүәсеһен еңә. Икенсе күҙәтеүсе хәбәр итеүенсә, ваҡыт үтеү менән егеттең иғтибары, хәтере, телмәре насарая, галлюцинациялар башлана. Һуңыраҡ йоҡоһоҙлоҡтоң кеше өсөн ныҡ зыянлы булыуы асыҡлана. Шуға Күрә Гиннесстың рекордтар китабы бындай ҡаҙаныштарҙы хупламай.

Йоҡо етмәһә, нимә булыуы бар? Йәшәү сифаты түбәнәйә, үлем хәүефе арта. Ҡыҫҡа ваҡытлы йоҡоһоҙлоҡ һаулыҡты һәм кәйефте насарайта, иғтибар һәм хәтер менән проблемалар тыуҙыра, фекерләүҙе тотҡарлай. Хроник йоҡоһоҙлоҡ унан да ҡурҡынысыраҡ. Ул бөтә организмға тәьҫир итә:

        ҡан баҫымы күтәрелеү;

        диабет;

        йөрәк өйәнәге;

        инсульт;

        депрессия;

        һимереү;

        иммунитеттың насарайыуына килтерә.

Кешегә күпме йоҡо кәрәк? Яңы тыуған сабыйҙар (3 айға тиклем) – 14 – 17 сәғәт, 4 – 11 айлыҡтар – 12 – 15 сәғәт, 1 – 2 йәшлек балалар – 11 – 14 сәғәт, мәктәпкәсә йәштәгеләр (3 – 5 йәш) – 10 – 13 сәғәт, кесе мәктәп уҡыусылары (6 – 13 йәш) – 9 – 11 сәғәт, үҫмерҙәр (14 - 17 йәш) – 8 – 10 сәғәт, өлкәндәр (18 – 65 йәш) – 7 – 9 сәғәт, 65 йәштән ололар 7 – 8 сәғәт йоҡларға тейеш.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: