-2 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
21 Март , 20:00

Автографтар нимә һөйләй?

Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым. Атайым – Нияз Мәһәҙиев менән әсәйем – Зөһрә Ҡотлогилдина журналистар һәм шағирҙар булғас, мине һәр төрлө әҙәби кисәләргә, әҙиптәр менән осрашыуҙарға, концерттарға гел үҙҙәре менән бергә йөрөттө. Шуға күп яҙыусыларҙы танып белә инем. Улар ҙа мине яратып, арҡамдан тупылдатып һөйә торғайны. Ҡайһы бер әҙиптәрҙең өйҙәрендә лә булдыҡ. Шундай саҡта мотлаҡ китаптарын автограф менән бүләк итәләр ине.

Автографтар нимә һөйләй?
Автографтар нимә һөйләй?

Әле яңыраҡ иҫтәлекле китаптарҙың бер нисәһе килеп сыҡты. Улар менән һеҙҙе лә таныштырып китмәксемен.
Иң тәүгеһе – шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның «Азамат менән ҡуян балаһы» тигән китабы. Ул 1991 йылда сыҡҡан. Ә миңә 1992 йылдың 24 июнендә яҙып биргән.
«Азаматҡа – ҙур, матур, батыр, илһөйәр, телһөйәр булып үҫеүен теләп – «Азамат менән ҡуян балаһы» тигән. Аҙағынан «Әсхәл бабайы. Бабайыңа бөгөн 50 йәш» тип ҡуйған.
Артабан ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Кирәй Мәргән» исемле әкиәттәр китабы. Ул да 1992 йылда баҫылған. Ә миңә 1995 йылдың 2 ғинуарында яҙып биргән. Беҙ атайым һәм әсәйем менән бергә яҙыусының өйөнә, уны тыуған көнө менән ҡотларға барғайныҡ.
«Азамат тигән матур малайға Зәйнәб әбейҙән бер аманат» тип яҙып биргәйне. Ул саҡта миңә 4 кенә йәш ине әле.
Тағы ла бер автографлы йыйынтыҡ – күренекле яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың «Турғайҙар рәхмәте» исемле китабы. Унда әҙибәнең шиғыр­ҙары, әкиәттәре, сценарийҙары туплан­ған.
«Зирәк тә, аҡыллы ла, батыр ҙа, матур ҙа Азамат улыма иң изге теләктәр менән Кәтибә инәй. 19.XI.1995 йыл. Өфө».
Миңә ул саҡта 5 йәш тулып үткәйне инде.
Ә бына 6 йәшемә етер алдынан Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан «Ҡунаҡта» – «В гостях» тигән китабын алып ҡыуандым.
«Азамат улыма ҙур, матур, аҡыллы егет булып үҫеүен теләп: Гөлфиә Юнысова. 22/IV.97 йыл» тип яҙғайны унда.
Был китаптар бала саҡ һүрәттәрем араһынан килеп сыҡты. Минең әле мәктәпкә лә бармаған сағым. Аҙаҡ та автографлы китаптар байтаҡ булды. Шулар хаҡында һеҙгә лә һөйләгем килде.
Мин үҙем дә бәләкәй саҡта шиғырҙар яҙа торғайным. Дүрт китабым сыҡты. Гел рифмалар уйлап тик йөрөй инем. Бәлки, киләсәктә тағы ла ижадҡа тотонормон. Әлегә мин яҙыусы түгел, ә уҡыусы. Һаман да китап уҡырға яратам.
Бәлки, һеҙҙең арала күренекле шағир һәм яҙыусыларҙың автографлы китаптары барҙыр. Улар бит шул тиклем ҡәҙерле ҡомартҡы, иҫтәлек. Әлеге өс яҙыусы арабыҙҙа юҡ инде, әммә һүҙҙәре, теләктәре йәшәй.
Әҙиптәр менән осрашыуҙарға, кисәләргә йөрөйһөгөҙмө? Улар мәктәптәрегеҙгә килгән саҡта автографтарын алаһығыҙмы? Үҙегеҙ ҙә ижад итәһегеҙме? Китап уҡырға яратаһығыҙмы? Ошолар хаҡында «Йәншишмә»гә яҙып ебәрегеҙ. Гәзит битендә кемдәр менән осрашырға теләйһегеҙ? Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә уйлаһағыҙ, яҙыусыларҙы мәктәбегеҙгә лә саҡыра алаһығыҙ. Һеҙҙән тәҡдимдәр, хаттар көтәбеҙ.


Азамат МӘҺӘҘИЕВ,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең журналистар союзы ағзаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: