Әҙәбиәттә һәм ысынбарлыҡтағы тарихта төрлө сифаттары буйынса танылған аттар бар. Шулай итеп...
Иң мөғжизәле ат – башҡорт эпостарындағы Аҡбуҙат. Ул – ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, ялын ҡыҙҙай тараған, ҡарсыға түшле, муйыны бер ҡоласлы, йүгереклеге һыналған, ҡуш йөрәкле яралған, елһә, ҡоштай елпенеп, тояғы ергә теймәгән, өҫтөндәге батырын яуҙа ташлап китмәгән толпар.
Иң ҡыйыу ат – боронғо иң ҙур империя батшаһы Александр Македонскийҙың Буцефал ҡушаматлы аты. Ул ҡурҡыу белмәгән. Үҙ күләгәһенән генә өркөр булған...
Иң вазифалы, түрә ат – Рим императоры Гай Калигуланың аты. Уға хужаһының бойороғо буйынса сенатор дәрәжәһе бирелгән.
Иң ғәжәп ат – күренекле яҙыусы Корней Чуковскийҙың геройы – Айболит табиптың дуҫы Тянитолкай –Тарттаэт. Ул ике башлы итеп һүрәтләнә.
Иң сағыу ат – француз яҙыусыһы Александр Дюма геройы – мушкетер Д` Артаньян аты. Ул көҙгө ҡайын япрағы кеүек һап-һары төҫтә була.
Иң ябыҡ ат – испан әҙибе Сааведра Сервантестың «Дон Кихот»ындағы Росинант. Уның тиреһе аҫтынан һөйәктәре беленеп тора, дүрт аяғына ла аҡһай.
Иң мәкерле ат – Троя аты. Риүәйәт буйынса, ахейҙар, Трояға ҡаршы һуғышҡанда, уның ҡапҡалары ҡаршыһына ағас ат килтереп ҡуя. Атты ҡала халҡы үҙе ҡапҡанан алып инә. Ағас аттың эсенә яугирҙар ултыртылған була. Улар төндә ҡапҡаларҙы асып, ҡалаға ғәскәр индерә. Шунан был аттың яманаты тарихта ҡала.
Иң үлемесле ат – кенәз Олег аты. Ул үлгән атының баш һөйәге эсендә ятҡан йылан сағыуынан вафат була.
Иң бәләкәй ат – урыҫ әкиәттәрендәге Горбунок – Көмрөкәй. Ул өс ҡарыш бейеклектә, дөйә кеүек, ике үркәсле.
Иң ҡырағай ат – Пржевальский аты. Тарпанға оҡшаш ат элек Джунгария сүллектәрендә йәшәй, хәҙер зоопарктарҙа ғына бар.