-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

"Өйөм башында ярты икмәк"

Был йомаҡты ишетмәгән кеше юҡтыр. Уның яуабы ай икәнен дә һәр кем белә. Бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле.

"Өйөм башында ярты икмәк"
"Өйөм башында ярты икмәк"

Мәктәптә уҡыған сағымда Шыршы байрамында Ҡыш бабай балаларға йомаҡтар ҡойғаны хәтеремдә. Яуабын тапҡан уҡыу­сыға шунда уҡ тоғонан бер-ике кәнфит тә алып тоттора. Бер аҙҙан: «Йәгеҙ әле, балалар, үҙегеҙ ҙә, моғайын, күп кенә йомаҡ беләһегеҙҙер, кемегеҙ әйтергә теләй?» – тип мөрәжәғәт итә. Балалар кемуҙарҙан бер-береһенә йомаҡ әйтешә башлай. Улар­ҙың яуаптарын да барыһы ла тиерлек яттан белә бит инде. Шуға күрә лә берәү ҙә оҙаҡ уйланмай, йомаҡты әйтеп бөтөүгә яуап та әҙер.
– Онға батҡан аҡ терпе ауыҙға инеп йөрөй…
– Теш щёткаһы!
– Тун-тун тунарһың, тунағанда иларһың…
– Һуған!
– Ҡат-ҡат ҡатлама, аҡылың булһа – ташлама!
– Китап!
Шулай бер талай йомаҡтар әйтешкәс, икенсе синыфта уҡыған Люциә уртаға сығып:
– Өйөм башында ярты ай, – тимәһенме! Шунда уҡ бер-ике бала:
– Икмәк! – тип яуаплай…
Йомаҡ ҡойоусының да, яуап биреүсенең дә хатаһын аңлағандар шау-гөр килеп көлөшөп ала. Ысынлап та, ҡәҙерле уҡыусылар, өйҙә атай-әсәйегеҙгә, туғандарығыҙға ана шул йомаҡты Люциә һымаҡ киреһенсә әйләндереп әйтеп ҡарағыҙ әле. Мин күптәргә уны тап шулай үҙгәртеп ҡарағаным бар. Бәғзеләр уйлап та тормаҫтан «икмәк» тип яуап­лай. Яуаптарына көлһәң, хатта: «Ни эшләп көләһең, дөрөҫ түгелме ни?» – тип ғәжәпләнгәндәр ҙә бар.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

 

ФОТО: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: